Йәмғиәт
15 Ғинуар , 13:45

Ат ҡараҡтары тотолған

Һунарға барып, тибенлектә йөрөгән атты атҡандар.

Ат ҡараҡтары тотолғанАт ҡараҡтары тотолған
Ат ҡараҡтары тотолған

Кешеләрҙең шул тиклем вәхшилегенә хайран ҡалырлыҡ: аслыҡ ваҡытымы ни...

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында баш етмәҫлек хәл теркәлгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлегенә Рысҡужа ауылынан 59 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул ауылдың өс километр алыҫлыҡта тибенлектә йөрөгән ерҙә, атының ҡалдыҡтарын табыуы тураһында белдергән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре күрше Тирмән ауылынан 52 һәм 43 йәшлек ирҙәрҙең квадроциклда һунарға барыуы асыҡлаған. Һунарға барған ирҙәр бер ниндәй ҙә йәнлек ата алмағас, тибенлектә йөрөгән аттарҙы күреп, береһенә аталар. Аҙаҡ сана алып килеп, йылҡы итен тураҡлап өйҙәренә ташып алалар.

Ғәйепләнеүселәрҙең икеһе лә үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: телеграм

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Ат ҡараҡтары тотолған
Ат ҡараҡтары тотолған
Ат ҡараҡтары тотолған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас