Йәмғиәт
16 Ғинуар , 14:15

Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...

Бынан бер нисә көн алдараҡ данлыҡлы “Вечный зов” совет фильмы төшөрөлгән урындар тураһында яҙғайныҡ. Нигеҙҙә, һүҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары хаҡында барҙы. Был юлы беҙ Белорет районындағы фильмға бәйле иҫтәлекле урындарҙы телгә аласаҡбыҙ.

Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...

Бынан бер нисә көн алдараҡ данлыҡлы “Вечный зов” совет фильмы төшөрөлгән урындар тураһында яҙғайныҡ. Нигеҙҙә, һүҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары хаҡында барҙы. Был юлы беҙ Белорет районындағы фильмға бәйле иҫтәлекле  урындарҙы телгә аласаҡбыҙ.

Билдәле булыуынса, режиссерҙар Владимир Краснопольский һәм Валерий Усков төшөргән “Вечный зов” фильмы өҫтөндә эшләү 1973 йылда башлана һәм ун йылға һуҙыла. Был ваҡыт эсендә “Мосфильм” кино төркөмө бөтә Советтар Союзын тиерлек урап сыға, әммә күренештәрҙең күбеһе Башҡортостандың Дыуан һәм Белорет райондары биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа төшөрөлгән. Хәҙер инде экранда Себер киңлектәрен һүрәтләгән  “Вечный зов” киноэпопеяһын Уралдың иҫ киткес күркәм күренештәренән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуныһын да әйтергә кәрәк, үткән быуаттың 70-се йылдарында Белорет һәм уның тирә-яғы бер юлы бер нисә билдәле совет фильмын төшөрөү урынына әүерелә: “Пропавшая экспедиция”, «Золотая река» һәм “Вечный зов”.

1976 йылда телевидениела “Вечный зов” ғаилә сагаһының тәүге алты серияһы премьераһы була, артабан, тамашасылар араһында иҫ киткес  ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғас,  фильмды төшөрөүҙе дауам итергә ниәтләйҙәр. Шулай итеп, Белорет районы байтаҡ ваҡытҡа кино төшөрөү майҙанына әүерелә. Миҫалдарға туҡтап үтәйек.

Киң һыу ятҡылығы аша үткән ағас күпер телефильмдың сағыу күренештәренең береһе була. Һүҙ Белорет ҡалаһындағы быуа аша һалынған, Рәсәйҙә иң оҙондарҙан һаналған ағас ҡоролма хаҡында бара. Белореттың был иҫтәлекле урыны “Хәүефле көндәр һәм төндәр” тип аталған 10-сы серияһында күренә. Тамашасылар уны, әлбиттә, иң хис-тойғоло күренештә — төп геройҙың фронтҡа китеү алдынан мөхәббәтен аңлатҡанда ла күрә ала.

Фильм экрандарға сыҡҡас, Белорет ҡалаһы туристик бум кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан бер нисә йыл элек ҡаланың визит карточкаһына әйләнгән легендар күперҙең емерелеп төшөүе билдәле булды. Уны төҙөкләндереү мөмкин түгел (серегән), ә яңыһын төҙөргә бихисап сығымдар талап ителә, тип аңлата урындағы власть вәкилдәре.

Төбәктә йәшәүселәргә лә киноға бәйле мауыҡтырғыс ваҡиғалар уртаһында ҡайнау форсаты тейә, ҡайһы берәүҙәр эпизодик ролдәрҙә, “массовка”ларҙа ҡатнаша. Иң ҡыҙығы, урамдарҙа ысын артистар, әле ул ваҡытта билдәле булмаған Александр Абдулов һәм Евгения Симонова ла йөрөй, улар ошо осорҙа “Пропавшая экспедиция” фильмында тәүге ролдәрен уйнай. Шундай факт та билдәле: Белорет ҡалаһы загсында артистар Евгения Симонова һәм Александр Кайдановский беренсе никахын теркәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ғаилә биш йылдан тарҡалғаны мәғлүм.

“Вечный зов” фильмында "тимер юл" күренештәре лә байтаҡ. Билдәле тар колеялы юл (“узкоколейка”) кадрҙары ла бар. Шул уҡ исемле станциялары булған тораҡ пункттар таныла: Шушпа, Тирлән... Нура юлы янындағы ташкүпер ҙә бар. Белореттың һыу ҡыуҙырыу башняһы торған майҙан да кадрҙарға ингән. Ғөмүмән, башня урындағы халыҡ өсөн иҫтәлекле урын һәм тарихты һаҡлаусы булып тора. Ул 1956 йылға тиклем эшләгән, быға тиклем янғын һүндереү каланчаһы ролен үтәгән. Фильмда башня бер тапҡыр ғына күренә: Мария Кафтанова Точисский урамы буйлап барған күренештә. Был урын  режиссерҙарҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫорат ҡалдыра, сөнки ул саҡта ҡаланың иң бейек һәм матур ҡоролмаһы була.

Белорет районының Үҙән ауылы ла кинематографик яҡтан мәңгеләштерелгән. Урындағы балалар массовкаларҙа ҡатнашҡан. Әлбиттә, улар күптән буй еткергән, күптәре тыуған ерҙәренән киткән кешеләр, әммә иҫтәлектәре – үлемһеҙ. Уларҙың күбеһе төрлө йылдарҙа төрлө сығанаҡтарҙа сығыш яһаған һәм барыһы ла “Вечный зов”  – бала саҡтың иң сағыу хәтирәһе, ил тарихына ҡағылышы булған ваҡиғаларҙың сағылышы, тип билдәләй.

Иҫләүҙәренсә, 1975 йылда бик ныҡ ҡоролоҡ булған, ғәҙәти бесән алтынға тиңләшкән. Фильм төшөрөү төркөмө бер ауыл кешеһенән 50 һумға күбә һатып алған. Бесән сабыу күренештәрендә уны дублдәрҙә күп тапҡыр сабылған үлән кеүек йәйәләр, һуңынан тырма менән йыялар.

Еләкташ (Малиновая) тауы ла тарихҡа ингән. Был күркәм тау һырттары Белорет ҡалаһынан яҡшы күренә, үҙенсәлекле пейзаж ҡаланы биҙәп, уға ҡабатланмаҫ күркәмлек бирә. Билдәле булыуынса, был урындарҙы туристар бик ярата, маршруттан кеше өҙөлмәй. Көньяҡ Уралдағы иң уңайлы меңлектәрҙең береһе, тип билдәләй улар. Күсәр һыҙығы бик тар булған һырт Нура йылғаһының урта ағымында, уң ярында урынлашҡан. Битләүҙәре ҡатнаш урман менән ҡапланған, альп болондары һәм ташйылғалар осрай, текә ҡаялар күп. Тауҙың исемен еләк муллығы өсөн биргәндәр, тип иҫәпләнә. Еләкташта “Вечный зов” фильмының ҡайһы бер күренештәре төшөрөлгән. Сценарий буйынса бында граждандар һуғышы ваҡытында партизандар йәшеренгән "Таш тоҡсай" урынлашҡан була. Еләкташты киноэпопеяның бишенсе серияһында күрергә мөмкин, ул “Таш тоҡсайҙа” тип атала.

Нура йылғаһына килгәндә, бында Вениамин Дормандың “Пропавшая экспедиция” (1975) һәм “Золотая река” (1976) фильмдарының ҡайһы бер күренештәре төшөрөлгән. “Вечный зов” фильмында ла уны күрергә мөмкин. Шулай уҡ кино төшөрөү был төбәктең үҙенсәлекле күренеше булған ташйылғала ла үтә. Ул йылға янында,  Отнурок ауылына барған юлдан алыҫ түгел, электр линияһы менән киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

Кино төшөрөү осоронда урындағы халыҡ күмәкләп “массовка”ға яҙыла һәм фильмда ҙур теләк менән төшә, тип әйткәйнек инде. Мәскәүҙең билдәле артистары иһә көлтәләр бәйләргә, бесән ырғытырға һәм балта менән эшләргә өйрәнә. Билдәле композитор, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимовтың да тарихи йылдарға бәйле иҫтәлектәре һаҡланған.

Ул саҡта ағай Башҡорт драма театрында эшләгән һәм уға бишенсе серияла аҡ гвардиясы ролен ышанып тапшырғандар. Мөхәррәм Әхмәтша улы һалдат булараҡ поста торған, ә Кружилин отряды, “таш тоҡсайҙан” сығып, аҡ гвардиясылар лагерына бәреп ингән.  

 –  Сценарий буйынса, мине “Молчун” ролен уйнаған Михаил Кокшенов туҡмай, — тип хәтирәләре менән бүлешкән Мөхәррәм Сәлимов. –  Һуңынан мин йығылып, дубль тамамланғансы ятып ҡалырға тейеш инем. Кокшенов яңылыш тайып китте һәм шул тиклем ныҡ итеп башыма “наган” менән һуҡты, хатта мин бер ни тиклем ваҡытҡа аңымды юғалттым. Дублде яңынан төшөрмәнеләр, барыһы ла ышандырғыс килеп сыҡты.

Алевтина Куприева тигән ханымға ла кинола төшөү бәхете тейгән. Ул саҡта 22 йәшлек ҡыҙ Белорет мәҙәниәт йортонда методист булып эшләгән.  Эпизодик роле шунан ғибәрәт: Лахновский бандаһы һөжүме ваҡытында ул бинанан балалар бишеге менән йүгереп сыға. Шулай уҡ ул радио аша һуғыш башланыуы тураһында иғлан тыңлаусылар араһында ла була. Алевтина Николаевна һүҙҙәренсә, Мәскәүҙең билдәле артистары үҙҙәрен бик ябай тотҡан, кино төшөрөү араһындағы тәнәфестәрҙә балыҡ тоторға яратҡан.

—Бер саҡ миңә төп герой Поликарп Кружилинды уйнаған Петр Вильяминов мөрәжәғәт итте, берәй урынға мунсаға барып булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһынды. Әсәйем менән һөйләшеп, шул уҡ көндө мунса яҡтыҡ. Петр Вильяминов һыу ҡойоноп алғандан һуң, әсәйем аш табыны әҙерләне, һөйләшеп ултырҙыҡ,  –  тип хәтирәләрен һөйләгән Алевтина Куприева.

Федор Савельев ролен башҡарған артист Вадим Спиридонов Алевтина Николаевнаның хәтерендә бик ипле һәм итәғәтле кеше булараҡ ҡалған. Анфиса ролен уйнаған Тамара Семина үҙенең бәрхәт тауышы менән таң ҡалдырған. Ә Михаил Кокшенов тормошта үҙенең “Молчун” роленә тулыһынса тап килә – тып-тыныс була.

Белорет районында тыуып үҫкән Алексей Мартынов малай сағында дуҫтары менән фильм төшөрөү урындарына йыш ҡына йүгереп барыуы тураһында һөйләгән.

— Бигерәк тә һалдаттарға һәм хәрби техникаға бәйле сәхнәләр төшөрөлгәндә ҡыҙыҡлы булды,  –   ти ул. –  Тимер юл станцияһынан танкылар менән составты бер нисә тапҡыр сығарғандары бик ныҡ хәтеремдә ҡалды. Фильм буйынса был станция “Шантара” тип атала, ә ысынында ул  –  “Нура” станцияһы. Шулай уҡ бала күңелендә аҡ гвардиясылар Селантий Савельевты аҫып үлтергән мәлде төшөрөү күренештәре тетрәнеү ҡалдырған.

...“Вечный зов” киноэпопеяһының рейтингы бөгөн дә юғары – уны төрлө быуын вәкилдәре яратып ҡарай, геройҙар менән бергә йәшәй, көйә, һөйә, ҡайғыра һәм шатлана. Совет классикаһына әүерелгән кинотаҫма персонаждарҙың образдарын иҫ киткес нескәлегендә асыуы, геройҙарҙың эш-ғәмәлдәренең йәнлелеге, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың тормошсан булыуы менән айырыла һәм кино сәнғәтенең юғары өлгөләренең береһе булып тора.

Фотолар: uraloved.ru

  

Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Ул урындар әле лә фильмдың рухын һаҡлай...
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас