

Гөлнара менән Әмир мәктәптә уҡыған саҡта уҡ дуҫлаша башланы, ә мәктәпте тамамлар алдынан улар бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмаясаҡбыҙ, тип ныҡлы ҡарарға килгән ине инде. Шуға күрә уларҙың яҡын киләсәктә өйләнешергә вәғәҙә итешеүе был дуҫлыҡты күреп йөрөгән ата-әсәләре өсөн һис көтөлмәгән хәл булманы.
“Мин армиянан ҡайтҡас та туй яһарбыҙ”, – тине Әмир, һөйгәнен ҡосаҡлап.
“Эйе, һин ҡайтыу менән, ә уға саҡлы туй үткәреү өсөн аҡса ла йыйыштырып торорбоҙ, миңә матур кейем дә алырбыҙ”, – тип йылмайҙы ҡыҙыҡай.
Йыл ярым самаһы йәштәр хат алышты. Гөлнара әсәһе менән бергә ҡаланан туй күлдәге алып ҡайтты. Әмирҙең әсәһе ҡыҙыҡайға “килен”, уның әсәһенә “ҡоҙағый” тип өндәшә башланы. Бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп йәйҙе көттө.
Егеттең ҡайтырына ярты йыл ҡалғас, унан хаттар килеүе кинәт туҡтаны. Барыһы ла хафаланды, көн дә почтальондың урамдан үткәнен ҡарап ҡалалар, борсолоу-шикләнеү төн йоҡоһонан яҙҙырҙы. Ә бер көн урам аша ғына йәшәгән Гөлнара, почтальон ҡатындың Әмирҙең ата-әсәһе йортона инеп киткәнен күреп, йүгереп килә һалды.
“Хат килдеме? Әмирҙәнме? Әйтә һалығыҙ – ни булған?”
“Бер ҡатын яҙған”, – тине һалдаттың әсәһе. – “Улығыҙ иҫән-һау, борсолмағыҙ”, тип кенә ҡуйған, нимә булғанын аңлатмаған, нишләп шулай асылын яҙмаҫҡа булғандарҙыр. Почтальонға әйтеп өлгөрмәнек тәһә – бер кемгә лә һөйләмәй торһон...”
“Бер ҡатын яҙған... Почтальон һөйләп йөрөһә...” – был һүҙҙәр Гөлнараны тамам шаңҡытты. Тимәк, Әмир амиянан кәләш алып ҡайта... Ундай хәлдәр булғылағанын ишеткәне бар ине, хатта үҙ ауылдарында ла бер егет шулай иткәйне. Ә бит туйға әҙерләнгәндәрен бөтә ауыл белә... Ояты ни тора хәҙер...
Төнө буйы йоҡлай алмай сыҡҡас, Гөлнара ҡалаға китергә әҙерләнә башланы. Хыянатсы “һөйгәне” ҡатйҡансы, олағырға кәрәк. Әсәһенең: “Туҡтап тор, ҡыҙым, тәүҙе айышын төшөнәйек, ул ҡайтҡас һөйләшербеҙ”, тигәнен дә тыңлап торманы. Эйе һиңә, уның ҡатыны алдында Әмир менән һөйләшеп торорға тағы, ундай түбәнселеккә бармаясаҡ бер ҡасан да.
Ҡалаға килгәс тә, ул элекке класташы эшләгән комбинатҡа килде, эшкә урынлашты, ятаҡтан да урын бирҙеләр. Кадрҙар бүлегендә йүнәлтмә алғанда уҡ Гөлнара бер егет менән танышҡайны, ике ай дуҫлашып йөрөнөләр ҙә, өйләнештеләр. Ул арала егет ҡыҙыҡайға тамам ғашиҡ булғайны, ахырыһы. Туй яһап торманылар, балалар йортонда үҫкән Альберттың аҡсалата ярҙам итерлек ата-әсәһе һәм башҡа яҡын туғандары юҡ ине. Гөлнара ла үҙ ата-әсәһен сығымдарға дусар итәһе килмәне, етмәһә, ауылдаштарын да туйына саҡырырға уңайһыҙлана ине. Ә бына Әмир, армиянан мәрйә кәләше менән ҡайтҡас, ишетһен әйҙә – хыянатты ғәфү итмәгәндәрен аңлаһын.
Бер ай самаһы үтеүгә ауылдан әсәһенән хат килеп төштө: Әмир, ниндәйҙер ауыр эште башҡарғанда йығылып, уң ҡулын һындырған да гсопиталдә булған икән, шунда бер шәфҡәт туташынан хат яҙыуҙы һораған. Уныһы саҡ ҡына ентекләберәк аңлатып та яҙмаған, ваҡыты ла булмағандыр инде эштән тыш хирургия бүлексәһендәге һәр кеше өсөн хат яҙып ултырырға.
Быны белгәс, Гөлнара иламһырап ултырҙы. Әллә, Альберт менән айырылышып, ауылға һөйгәне янына ҡайтып китергәме икән? Тик бер аҙна элек кенә ауырлы икәнен белгәйне шул. Етмәһә, Альберт та йәл. Гөлнараның уға ҡарата хис-тойғолары юҡ ине, тик нисек шулай кинәт ташлап китәһең инде. Әмир һәм уның ата-әсәһе лә тыуасаҡ баланы үҙ итерме икән...
Һуңыраҡ, Әмир менән осрашҡанда, тегеһе шулай тине:
“Мин һине көттөм, бер йыл көттөм, бала менән дә ҡабул итер инем, яратыр инем...”
Ә ул саҡта Гөлнара бер ниндәй ҙә ҡарарға килә алманы, Альбертҡа ла эсендә ниндәй ут ҡайнағанын белендермәҫкә тырышты. Тиҙҙән ҡыҙҙары тыуҙы, иренә фатир бирҙеләр, улар ятаҡтағы бүлмәһенән иркен торлаҡҡа күсте. Бала сирләп бер-ике тапҡыр дауаханала ла ятырға тура килде. Ҡыҫҡаһы, тормош үҙ ҡанундары буйынса дауам итте.
* * *
Бер нисә йылдан Гөлнара ауылға ҡайтып, ҡартайған ата-сәһенең хәлен белешеп килергә булды, йүғиһә улары ла килмәй ҡунаҡҡа, тәүҙә ятаҡтағы тар бүлмә ҡунаҡ йыйыу мөмкинлеге бирмәһә, хәҙер ҡәҙерлеләре сирләй шул, йөрөй ҙә алмайҙар.
“Әмир генә осрамаһын...” – тип йөрәге сәнсеп ҡуйғайны автобуста килгәндә үк. Юраған юш килә тиҙәр бит – өйҙәренә килешләй кибеткә ингәндә үк ул Әмиргә тап булды. Тегеһе һис тә үҙгәрмәгән, һаман шул сибәр һәм яғымлы йөҙлө ир-егет. Һаман шулай, ҡыҙҙарҙы ҡаратып, гармунда уйнай, йырлайҙыр инде. Улар бер мәлгә генә бер-береһенә ҡарашып алғанда, мөхәбәттәре ғүмерлек булыуы күҙ йомған арала зиһендәренә үтеп ингәйне. Тик шул саҡ Әмирҙең кибеттә нимәлер һатып алған ҡатыны яҡынлашты, ул иренә сәнсеп ҡарап ҡуйҙы һәм тегеһе хәләл ефете артынан эйәрергә мәжбүр булды.
“Эй, оҙаҡланың да инде, – быныһын фатирға ҡайтып инеү менән ире Альберт әйтте. – “Директор шылтыратты, эштә ниндәйҙер авария булған, әммә ике баланы ҡалдырып китә алмайым бит...”
* * *
Үткән ғүмер аҡҡан һыу кеүек, йылдар артынан ҡыуып етермен дә тимә. Бер саҡ илленән уҙған Әмир апаһы менән бергә ҡалаға килгәйне һәм, апаһынан юҡ сәбәпте бар итеп айырылып, Гөлнара янына инеп сығыу форсатын тапты.
“Гөлнара, ҡатыным вафат булып ҡалды бит, бахырым”, – тип уфтанды ул, осрашҡас. – “Һәйбәт йәшәнек тип әйтергә була, балалар үҫтереп кеше иттек. Тик йөрәккә ҡушып булмай икән – ғүмер буйы һине уйлап йәшәнем, һис онота алмайым. Әйҙә, балаларыңды ал да, беҙгә күсеп кил. Минекеләр менән дуҫлашырҙар, беҙҙә мәктәп тә бар, училищие ла, район үҙәге бит”.
Гөлнара үҙе лә ғүмер буйы онота алмаған һөйөклә йөҙгә ҡарап аптырап ҡалғайны. Их, бергә ҡайтып китергә ине, ҡарт көндәрҙә булһа ла бәхетле булыу ниндәй ниндәй рәхәт тормош бүләк итәсәк... Әммә ул шунда уҡ башҡаларҙы күҙ алдына килтерҙе: балалар һорау артынан һорау яуҙырасаҡ, уларҙың ҡаланы ташлап китәһе килмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Ире: “Мине ташлап китергә булдыңмы ни?” тип үкһеп илаясаҡ. Ул да әҙәм балаһы бит, нисек шулай хыятнатсыл рәүештә яҙмыш ҡосағына ырғытаһың. Һуңғы йылдарҙа бик йыш йөрәге ауыртыуға зарлана, кардиологҡа йөрөй, ҡатыны арҡаһында йөрәге туҡтап ҡуйһа, ғүмерлек үкенес буласаҡ...
* * *
Гөлнара, итте турағыс аша үткәреп, ваҡ бәлеш әҙерләй. Плитәлә бәрәңге бешә, уны иҙәһе лә бар, һөт тә ҡайнап сыҡты. Тиҙҙән иң бәләкәй ейәне килергә тейеш – уны шатландырырға йыйына. Эй, ярата уныһы өләсәһе бешергән тәм-томдо. Бында бер нисә көнгә ҡунаҡҡа килергә рөхсәт һораған икән. Өләсәһе уға әкиәттәр ҙә һөйләй, йырҙар ҙа өйрәтә. Ата-әсәһенең мәшәҡәттәре күп шул.
Ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Ҡара һин уны, әллә дәрестән алдараҡ һыпыртҡан. Әммә ишекте асһа, ни күрә: унда Әмир баҫып тора ине. Элеккесә мөһабәт кәүҙәле, тик һаҡал үҫтергән, сәсе ап-аҡ. Һүҙһеҙ генә ҡосаҡлаштылар. Бер-береһенән күҙҙәрен дә алмайҙар. Үткәндәрҙе бер аҙ иҫләп ултырғас, Әмир, иҫке “Жигули”ына һалып алып килгән баянын тотоп , яратҡан йырын һуҙҙы:
Юҡ, ҡайтмай йәш ғүмер, ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында һағыш булып.
Йәшләй һөйгән йәрҙәр ятҡа ҡалды унда,
Әллә яҙмыш, әллә бер яңылыш булып...
“Гөлнарам минең, һине алырға килдем”, – тине Әмир, уйнауҙан туҡтағас. – Исмаһам, теге донъяға бәхетле булып китеп барырмын, һинең ҡулдарыңда мәңгелек йоҡоға талырға тип хыялланам.
“Үлергә ашыҡма әле, Әмиркәйем, егеттәр кеүекһең әле һаман да. Ә бына мин ысын әйбегә әйләнеп бөткәнмен”.
“Һин миңә йөҙ йылдан һуң да бик кәрәкле, ҡәҙерле һәм һөйөклө буласаҡһың. Мин унда һин килеүгә тип барыһын да әҙерләп ҡуйҙым. Никах та уҡытырбыҙ, бәлки”.
“Юҡ, Әмир, ул тиклеме үк кәрәкмәҫтер, моғайын. Ә, бәлки, һин үҙең миңә күсеп килерһең? Бер үҙем йәшәйем. Балалар һәм ейәндәр йыш килә, һағынырмын кескәйҙәремде, нисек уларһыҙ йәшәргә?”
* * *
Бөгөн Әмир иртән үк тороп мунса яҡты, ихаталағы үләнде сабып алды, йортто йыйыштырҙы, тауыҡ һуйып аш бешерҙе. Һеңлекәшен бәлеш бешерергә саҡырғайны, оҙаҡламай килер инде. Үҙе әлеән-әле урам яғын ҡолаҡ һала ине – килмәйҙерме икән? Эйе, ул ҡәҙерле ҡунаҡтар көтә.
Бына, ниһайәт, ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтағаны, ишектәре шартлап ябылғаны, кешеләр һөйләшкәне шетелде. Әмир шул яҡҡа ашыҡты.
“Эй, ҡыҙым, бик һағындырып ҡына киләһегеҙ бит”, – тип, күҙ йәштәрен һөртөп, автомобилдән сыҡҡан ҡатынды ҡосаҡланы ул.
Ә ейәндәре был мәлдә ихатала һикерәндәй, бер эскәмйәгә барып ултыра, берсә ҙур һоро бесәйҙе ауларға маташа ине. Улар йәй буйы ауылда ял итергә тип килгән.
- Олатай, һин беҙҙе урманға алып барырһыңмы?
“ Барырбыҙ, балаҡайҙарым, урманға ла барырбыҙ, балыҡ тоторға ла, беҙҙең бөтә ғүмер алда әле”.
Олатай, ейәндәре менән мәш килеп, киләһе аҙнала ҡалаға йәшлек мөхәббәте янына ҡунаҡҡа барырға йыйыныуын да онотто. Хәйер, барыбер кескәйҙәрҙең үҙҙәрен генә ҡалдырып китә алмаҫ ине.
Ошо уҡ сәғәттәрҙә был ауылдан йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡтағы ҡалала Гөлнара ла плитә янында ҡайнай ине – өлкән ейәнсәре, шаян һәм үткер ҡыҙыҡай, бөгөн егетен таныштырырға алып киләм тине. Тәүҙә өләсәһенә күрһәтә, уға оҡшаһа ғына буласаҡ кейәүҙе ата-әсәһе янына алып барасаҡ! Был хәл менән ғорурланған да, шатланған да өләсәй уларҙы ҡаршыларға әҙерләнеп өлтөрәй. Бер-ике көндән ауылдашы Әмирҙең килергә вәғәҙә итеүе уның бөтөнләй хәтеренән сыҡҡайны инде.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!