Йәмғиәт
18 Ғинуар , 05:00

Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашҡан...

Башҡортостандың халыҡ артисы  Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашып, үҙенең социаль сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашҡан...Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашҡан...
Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашҡан...

Башҡортостандың халыҡ артисы  Әнүәр Нурғәлиев ауыр ҡайғыһы менән уртаҡлашып, үҙенең социаль сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

“2021 йылдың 17 ғинуарында минең атайым китеп барған ине. Бөгөн Дианабыҙҙың атаһы, ҡәҙерле Рәшит еҙнәйебеҙ вафат булды. Ауыр тупрағың еңел булһын, еҙнәм”, - тип яҙған йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Әнүәр Нурғәлиевтың апаһы менән еҙнәйенең ҡыҙҙары Диана бынан ике йыл элек юл фажиғәһендә һәләк булған ине. Уның ике игеҙәк улдарын – Сәйет менән Сәлмәнде һәм ҡыҙы Аишаны олатаһы менән өләсәһе тәрбиәләй. Балаларға йәнә оло ҡайғы...

Балаларҙың яҡын туғаны - йырсы Әнүәр Нурғәлиев уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша, бар яҡлап ярҙам итә.

Сығанаҡ: Ә.Нурғәлиевтың сәхифәһенән

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас