

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева ошо көндәрҙә күкрәгенә пластик операция яһатҡан. Ни өсөн был аҙымға барыуы хаҡында ла белдергән. Йырсы әйтеүенсә, ҡыҙы тыуғандан һуң үҙен яратмай башлаған һәм бала имеҙгәндән һуң тәнендә тәбиғи үҙгәрештәрҙе ҡабул итә алмаған.
“Мин һәр ваҡыт үҙемдә кәмселектәр эҙләнем. Минең комплекстар күп ине. Хәҙер мин бәхетле. Был уңайҙан хейт күп буласағын аңлайым. Иртәгә нимә буласағын белмәйем, әммә бөгөн мин идеаль күкрәктәр менән матур булырға теләйем”, - тип белдерҙе йырсы.
Операцияны Гөлназ Асаева Өфөлә яһатҡан. Дауахананан сыҡҡан, әле туғандарында. “Һыҙлай башланы”, - тип тә әйтте.
Нисек кенә булмаһын, Гөлназ Асаеваның йырҙарын һәр кем яратып тыңлай. Тиҙерәк һауығып сығып, идеаль күкрәкле, нәфис буйлы, сибәр йырсыны сәхнәләрҙә көтөп ҡалабыҙ!
Сығанаҡ: Гөлназ Асаеваның телеграм каналы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!