

Яңы йылға Гөлнурҙың ата-әсәһенә күмәкләп ҡайтҡайнылар. Матур итеп яңы йылды ҡаршы алдылар. Таһир бер аҙ төшөрөп алыу менән холҡо ла күренә башланы. Гөлнур тыйып ҡараһа ла ишетергә лә теләмәй. Киреһенсә, ҡыҙып китте. Ҡатынына елле генә итеп йоҙроҡ эләкте, бер ыңғайҙа аш-һыу бүлмәһендәге һауыт-һаба иҙәнгә осто. Кейәүҙәренең бындай холҡон күрмәгән Мәликә апай менән Нәғим ағай өсөн был көтөлмәгән хәл булды. Ғүмер буйы етәкселектә, тәртип һағында эшләгән Нәғим ағай шунда уҡ ныҡлы ҡарарға килде. Иртәнсәк Таһир айығыуға уны эргәһенә саҡырып ике генә һөйләм әйтте.
–Бындай холоҡһоҙ кеше менән ҡыҙымды интектереп йәшәтәһем юҡ. Хәҙер үк беҙҙең күҙҙән юғал, - тине.
Таһир яуап итеп бер һүҙ әйтә алманы. Ошо рәүешле йәш ғаилә тарҡалды.
Өйҙә бар нәмәне лә ҡаты холоҡло атаһы әйткәнсә эшләп күнеккәнгәме икән, Гөлнур ҡаршы бер һүҙ әйтә алманы. Улы менән тыуған ауылына күсенеп ҡайтты. Бер йылда атаһы ҡыҙына бына тигән өй төҙөп ултыртты.
Икенсе ире Ринатҡа туғандары димләне. Шул тиклем ипле, тәртипле егет бер ҡасан да өйләнмәгән, 30 йәштән артып бара. Ауыҙынан һүгенгән һүҙ ишетмәҫһең, кешегә лә ҡаты бәрелмәҫ. Ауылда уҡытыусы булып эшләп йөрөй.
–Бала менән кемгә кәрәкһең? Алам тигәндә, сыҡ кейәүгә. Бынан да яҡшыраҡ ирҙе таба алмаясаҡһың. Күҙеңә генә ҡарап тора, хыянат итмәйәсәге лә билдәле, рәхәттә йәшәрһең, – тип Гөлнурҙы күмәкләп кейәүгә сығырға көйләнеләр.
Сыҡты Гөлнур Ринатҡа тормошҡа. Уртаҡ балалары ла тыуҙы. Тауышын күтәреп өндәшкәне лә юҡ Ринат Гөлнурға. Шулай ҙа ҡыҫҡа буйлы, сибек кенә Ринатҡа ҡарай ҙа күҙ алдына мөһәбәт кәүҙәле, төҫкә сибәр тәүге ире Таһир күҙ алдына килә.
Гөлнур Ринаттан да хәстәрлерәк ир таба алмаясағын да белә, ләкин күңелендәге Таһирға ҡарата һөйөү хистәрен һүндерә алмай. Бары тик уларҙы баҫып йәшәй бирә.
–Күңел яратмаған кеше менән йәшәүе тағы ла ғазаплыраҡ икән. Таһир ҡул күтәрһә лә, яратҡас, уның етешһеҙлеген күрмәнем. Ринатты яратмағас, бөтә ҡылығы йәнемә тейә. Тормошомдо үҙгәртә алмайым, яҙымышыма күнеп йәшәйем инде, – ти һағышлы ҡарашын төбәп Гөлнур.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ яратмай ғына йәшәп буламы икән?
Автор фотоһы.