

Сибай ҡалаһынан 74 йәшлек Фәрхетдин Зыяитдин улы Моратов оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Әле хаҡлы ялда ҡул ҡаушырып ултырмай, яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн бар көсөн һала.
Ул үҙ йорто подвалында дронға ҡаршы юрғандар, маскировкалау селтәрҙәре эшләй башлай. Уға күршеләре ҡушыла. Бергәләшеп 110 маскировка селтәре, 72 дронға ҡаршы япма әҙерләйҙәр.
Подвалға һыу төшкәс, оҫтаханаларын Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына күсерәләр. Бында Фәрхетдин олатай "Ватан" ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров оло йәштәге әүҙем замандашыбыҙҙың хеҙмәтен юғары баһалап рәхмәт белдерҙе һәм Дәүләт Думаһының исемле сәғәтен бүләк итте.
Сығанаҡ: Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!