Йәмғиәт
20 Ғинуар , 13:15

Өфө блогерының күкрәк импланты шартлаған

Йылдар дауамында ҡыҙ операциянан ҡәнәғәт ҡалған, әммә сираттағы спорт күнекмәһе ваҡытында сәйер тауыш ишеткән һәм күкрәгендә киҫкен ауыртыу тойған.

Өфө блогерының күкрәк импланты шартлағанӨфө блогерының күкрәк импланты шартлаған
Өфө блогерының күкрәк импланты шартлаған

Шулай ҙа була икән: Өфөлә йәшәгән блогер ҡыҙ алты йыл элек ҡала клиникаларының береһендә рәсми рәүештә эшләмәгән таныш табип-хирургка мөрәжәғәт итеп, күкрәк пластикаһын яһатҡан.
Операция уға 200 мең һумға төшкән. Йылдар дауамында ҡыҙ операциянан ҡәнәғәт ҡалған, әммә сираттағы  спорт күнекмәһе ваҡытында сәйер тауыш ишеткән һәм күкрәгендә киҫкен ауыртыу тойған.

Ул шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм табиптар насар хәүефләнеүҙәрен раҫлаған: имплант ысынлап та йыртылып бөткән була. Белгестәр әйтеүенсә, бындай хәл бик һирәк күҙәтелә, сөнки ғәҙәттә емерелеү процесы яй һәм һиҙелмәйенсә бара.

Блогер ҡыҙ ауыр хәлдә һәм аптырашта  ҡалған: процедураны башҡарған хирург күптән эштән киткән, зыян күреүсе лә бер ниндәй дәлилләү ҡағыҙҙарын йәки яҙмаларын һаҡламаған.

Матур булам тигән ҡыҙ хәҙер һыҙланып ултырамы икән?

Фото: телеграм

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас