Йәмғиәт
22 Ғинуар , 15:45

Был юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан

Булһа ла булалыр... Бынан бик оҙаҡ йылдар элек ҡаҙ таҙалағанда бер туғаным уның бөрҙәтәүенән алтын балдаҡ тапҡан ине.

Был юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡанБыл юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Был юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан

Хәтерләһәгеҙ, күптән түгел һыйыр һуйғанда хужалар уның ашҡаҙанынан аҡсалы көшөлөк табып алған ине. Был юлы Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән Зөлфирә Харрасова ҡаҙҙарын таҙалағанда, береһенең бөрҙәтәүенән көмөш һәм алтын биҙәүестәрҙең ярсыҡтарына юлыҡҡан. Кемдер был хәлгә ышанмаҫ, икенселәре ҡул һелтәп кенә ҡуйыр. 

Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек туғандарымдың береһе ысынлап та ҡаҙҙарын таҙалағанда, уның эсенән алтын балдаҡҡа юлыҡҡан ине. Ул ваҡытта интернет юҡ, артабан уны ни эшләткәндер, бер ҙә һорағаным булманы. Шуға күрә был хәлдең булыуы һис кенә лә ғәжәп түгел.

Ә һеҙҙең менән ошондай ҡыҙыҡлы хәлдәр осрағаны булманымы? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.

Сығанаҡ: "Салауат ерендә" гәзитенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Был юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Был юлы ҡаҙ бөрҙәтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас