Йәмғиәт
22 Ғинуар , 16:50

Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә

"Әр-Рәхим" позывнойлы яугир 2023 йылда үҙ теләге менән Украинала барған махсус хәрби операцияға юллана, тәүҙә "Ахмат" хәрби полкында, һуңынан "Тигр" БАРС отрядында хеҙмәт юлын үтә. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң, туған мәктәбенең юбилейына ҡайта, һәм...

Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке киләУға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә

Быйылғы Яңы йыл Әбйәлил районының Йәнгел мәктәбе уҡыусылары өсөн мөғжизәләр менән башланды. Уҡыусыларға кәрәкле, зауыҡлы бүләк яһаусы Ҡыш бабай - урындағы мәктәптең 1982-се йылғы сығарылыш уҡыусыһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, "УралГрейт" ЯСЙ-һы директоры Юлай Ситдыҡ улы Рәхимов. Уның инициативаһы менән белем усағында Хәрби Дан кабинеты үҙ ишектәрен асты.

"Әр-Рәхим" позывнойлы яҡташыбыҙ 2023 йылда үҙ теләге менән Украинала барған махсус хәрби операцияға юллана, тәүҙә "Ахмат" хәрби полкында, һуңынан "Тигр" БАРС отрядында хеҙмәт юлын үтә. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң, туған мәктәбенең юбилейына ҡайта. Тап ошо мәлдә уның күңелендә тыуған ауылы йә мәктәбенә ниндәйҙер изге ғәмәлдәр башҡарыу теләге уяна. Һәм мәктәп директоры Альберт Ғәлиуллин менән кәңәшләшкәндән һуң уҡыусылар өсөн Хәрби Дан кабинеты асыу теләге барлыҡҡа килә.

Тиҙ арала элекке башланғыс хәрби әҙерлек үткәрелгән кластың иҙәндәре, йылытыу системаһы яңыртыла, стеналары штукатурлана, өр-яңы мебель һатып алына, кабинетты ремонтлау өсөн туғыҙ ай самаһы ваҡыт китә. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, яугир-интернационалистар, Төньяҡ Кавказда ҡатнашыусы ветерандар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөш булдырылған. МХО һалдаты макеты өсөн ул үҙенең бронежилетын һәм каскаһын тапшырған. Кабинет өсөн 1 миллион 800 мең һум самаһы аҡса сарыф ителгән.

Кабинетҡа Юлай Ситдыҡ улына бағышлап "Әр-Рәхим" исеме бирелде. Тантаналы сарала абруйлы ҡунаҡтар, Юлай Рәхимовтың туғандары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Юлай Ситдыҡ улына район хакимиәте башлығы Айрат Әминев "Әбйәлил районы яугире-геройы" күкрәк билдәһен тапшырҙы.
Яҡташыбыҙ Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ул МХО-ға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә тос өлөш индерә. Әле Екатеринбург ҡалаһында уның изге башланғысы менән мәсеткә нигеҙ һалына.
Бер кешелә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған – аҡыл, сослоҡ, изгелек, саф күңел... Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйә Юлай Ситдыҡ улы. Уның кеүектәргә олоһо ла, кесеһе лә ынтыла. Тыуған еренең ысын патриоты булған ир-уҙамандың башҡарған эше һоҡланғыс! Кеше гүр эйәһе булһа ла, уның эшләгән эше ҡала, тиҙәр. Һеҙҙең дә кесе Ватанығыҙ мәнфәғәтенә башҡарған эшегеҙ күптәргә үрнәк булһын, изгелегегеҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас