Йәмғиәт
23 Ғинуар , 13:00

Әлфинә апайҙың бауырһағы ни өсөн гел уңып бешә?

Краснокама оҫтаһы татлы ризыҡты яугәрҙәргә лә күпләп бешерә.   

Әлфинә апайҙың бауырһағы ни өсөн гел уңып бешә?Әлфинә апайҙың бауырһағы ни өсөн гел уңып бешә?
Әлфинә апайҙың бауырһағы ни өсөн гел уңып бешә?

Краснокама районы Сауыҙ ауылынан аш-һыу оҫтаһы Әлфинә Хузина менән ошо тарафтарға эш сәфәре мәлендә таныштыҡ. Күмәк гүзәл зат менән ул яугирҙәргә бауырһаҡ бешереү менән мәшғүл ине. Ни өсөн уның бауырһағы һәр ваҡыт уңып бешә? Уның серҙәрен асыҡланыҡ.

– 5 йомортҡа, ҡалаҡ осонда ғына сәй содаһы һалабыҙ һәм он ҡушып, ҡаты ла, йомшаҡ та итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Унан теләгән ҙурлыҡта  бауырһаҡтар киҫәбеҙ. Ваҡ ҡына итергә лә мөмкин, ҙурыраҡ та була. Бешергән саҡта бауырһаҡтар ярылмаһын өсөн майҙы бик ҡыҙҙырырға ярамай. Шулай уҡ көнбағыш майына бер аҙ туңмай өҫтәп ебәреү ҙә уңышлы, – тип һөйләне уңған ханым.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас