

Раян менән Рөстәм – класташтар. Рөстәмдең атаһы совхоз директоры ине, әсәһе лә бухгалтер булып эшләне. Бер бөртөк балалары Рөстәмде улар өрмәгән ергә ултыртманы. Теләгәнен кейҙе, теләгәнен ашаны. Кешелә булмаған әйбер уларҙа ине. Ҡиммәтле сәғәт, иң шәп велосипед Рөстәмдә булды. Әллә бөтә нәмә еңел килгәнгә, уҡыуға дәрте булманы. Класташтарынан күсереп, еңел генә йәшәүгә яраҡлашты, уҡытыусылар ҙа унан әллә ни талап итмәне.
Раян бөтөнләй икенсе тормошта үҫте. Ата-әсәһе иртә үлгәс, өләсәһе ҡараны. Ҡарт кешенең пенсияһына йәшәүе еңелдән түгел ине. Ике туған ағайҙарының ҡалған кейемен кейеп, ауырлыҡта үҫте малай. Әллә ниндәй тәмлекәстәр түгел, туйғансы ашамаған саҡтары ла булғыланы. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, 9 класта уҡығанда өләсәһе ҡаты ауырып китте. Уларҙың хәле тағы ла ауырлашты.
Яҙын көсәнә-көсәнә баҡсаға картуф ултыртып кергәс, түшәккә ятты ла бөтөнләй тормаҫ булды.
–Улым, һиҙеп торам, һуңғы көндәремде кисерәм. Оҙаҡҡа бармаҫмын ул. Һинең һөнәр алғаныңды, өйләнгәнеңде бик күрәһем килгәйне лә, килеп сыҡманы. Ғүмер буйы көсәнеп йәшәнем. Донъя мәшәҡәттәрен бер йырып сығырмын кеүек ине, ләкин килеп сыҡманы. Матди яҡтан нығыта алмаһам да, был тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ тәрбиә биргәнмендер, тип уйлайым һиңә. Үлер алдынан донъя малы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай икән. Шулай ҙа ныҡ итеп лимонлы сәй эскем килә. Бер генә телем ҡапһам да, күңелем асылып китер ине. Килде бит заман, магазин кәштәләре буш - буш. Кәнфит-шәкәр ҙә дефицитҡа әйләнгәндә лимонды ҡайҙан табаһың инде, – тине моңһоу ғына итеп Нәфисә әбей.
Шул мәлдә Раяндың күҙ алдына Рөстәмдәрҙең һыуытҡысы килеп баҫты. Уның эсе тулы, сыр, колбаса, йәшелсә, емеш... Өләсәһенә тип бер генә лимон һораһа, Рөстәм бирмәҫме? Оҙаҡ уйлап тормай ул класташына йүгерҙе.
– Рөстәм , өләсәйем ҡаты ауырый. Бер лимон ғына бир әле зинһар. Бәлки терелеп китер, – тип мөлдөрәп ҡараны уға.
Бөтә нәмәлә ҡытлыҡ кисермәгән Рөстәмгә бер лимон сүп кенә ине. Шунда уҡ класташына сығарып бирҙе.
Шул тиклем рәхмәтле булып, йүгереп ҡайтып китте ул өләсәһе янына. Шунда уҡ сәй ҡуйып ебәрҙе.
– Эй, улым, рәхмәт инде. Йөрәгем яҙылып киткән һымаҡ булды, – тине тирләп-бешеп лимонлы сәй эскәндән һуң ҡәнәғәт йылмайып. Өләсәһенең теләген үтәгәнгәме, һөйөнөп бөтә алманы Раян. Үкенескә ҡаршы, өләсәһе бер нисә көндән вафат булды.
Раян 9 кластан һуң водитель һөнәренә уҡып сыҡты ла, эш башланы. Көн-төн тимәй, үҙен йәлләмәй эшләне лә эшләне. Эске, тәмәке кеүек яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ булды. Кәләш алғансыға тиклем ул фатирлы ине. Балалар, донъя мәшәҡәттәре менән ваҡыт үҙ ағымы менән аҡты ла аҡты.
Быйыл мәктәп бөткәнгә 15 йыллыҡта класташтар менән осрашырға булдылар. Был ваҡытта Раяндың үҙенең бизнесы бар ине. Йөк ташыу буйынса хеҙмәт күрһәтеү эше бик уңышлы барҙы. Машинаның да текәһен , фатирға торошлоһон алып ебәрҙе.
Ауыл эргәһендәге тәбиғәт ҡосағында осраштылар. Күптән күрешмәгәс, һағынышҡандар, ҡосаҡлашып күрештеләр. Бала саҡта бергә уйнап үҫкән Рөстәм күҙенә салынмағас, класташтарынан һорашты.
– Рөстәм мәктәптән һуң бер ҡайҙа ла китмәне, ауылда ҡалды. Эш булмағас, өйҙә ятты. Аҡса күп, мохтажлыҡ кисермәне. Ике йыл элек ата-әсәһе мәрхүм булғас, тормошо түбән тәгәрәне. Ата-әсәһенең байлығын да дуҫтары менән тиҙ туҙҙырҙы. Ярты йыл элек үҙендә яман сир таптылар. Операция эшләтеү, дауаланыу өсөн бер миллион аҡса кәрәк, ти. Аҡсаһы булмағас, тейешле дауаланыу ҙа ала алмай, - тип бер тында Рөстәмдең хәлен һөйләп бирҙеләр.
Раян күп уйлап торманы, машинаға ултырып класташының хәлен белешергә китте.
Рөстәм йәшәгән йорт хәҙер сүгеп, төҫһөҙләнеп ҡалған. Элекке затлы донъяның бер нәмәһе лә юҡ.
Рөстәм өйҙә яңғыҙы ғына ултыра ине. Арыу ғына йәшкә етһә лә, ул һаман өйләнмәгәйне.
Күптән күрмәгән класташы килеп кергәс, шатланып китте йорт хужаһы.
– Мине лә иҫкә төшөрөүсе кеше бар икән. Элек аҡса мул саҡта дуҫтарым да күп ине. Хәҙер аҡсам да бөттө, етмәһә сир алҡымдан алды. Тормошом шулай үҙгәреп китер тип уйламаным да. Әле генә йәшәү мәғәнәһен аңланым, – тип күңелһеҙ генә итеп хәлдәрен һөйләп бирҙе.
– Класташтар беҙ аҙ һөйләне хәлеңде. Аяҡҡа баҫыуың өсөн бер миллион кәрәк тинеләр. Ысынлап та, шулаймы?– тип тиҙерәк хәлде асыҡлайһы килде Раян.
– Эйе, ҡайҙан алам ул аҡсаны? Үҙемдең хәлем менән ризалаштым инде. Алла биргән ғүмерҙе йәшәрмен әле...– тип ҡуйҙы.
Шул ваҡытта Ғаян көтөлмәгән ҡарарын әйтте.
– Хәтерләйһеңме, Рөстәм, өләсәйем үлем түшәгендә ятҡанда магазинда ла булмаған лимон ашайһы килеүен белдерҙе. Бер кешелә юҡ, һиңә ярҙам һорап килдем. Шул ваҡыт бер һүҙһеҙ минең үтенесемде үтәнең. Өләсәйемдең рәхмәтле ҡарашы әле лә күҙ алдында. Һинең шул изгелегеңде бер ҡасан да онотманым. Ул ваҡытта бер лимон табыуы ла ҡулдан килмәҫлек эш ине. Хәҙер һинең өсөн бер миллион һумды биреүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иртәгә үк минең менән ҡалаға дауаханаға сығаһың, һиңә тейешле сумманы үҙем түләйем. Уны кире ҡайтарырға кәрәкмәй. Ныҡлап һауыҡҡас, үҙемдең компанияға эшкә урынлашырһың. Тиҙ генә танауыңды төшөрөргә ашыҡма әле, класташ, - тип Рөстәмдең иңенән ҡаҡты.
Икенсе көндө Раян үҙенең машинаһына Рөстәмде ултыртып баш ҡалаға юлланды...
Автор фотоһы.