Йәмғиәт
24 Ғинуар , 06:45

Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә

Тәмле лә, тиҙ ҙә, ти улар  

Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерәСтәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан уңышлы эшҡыуар, аш-һыу уңғаны Гөлшат Ғәлимбәкова ҡыҙы Алһыу менән “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына “Жульен” рецебын тәҡдим итә. Еңелерәк булһын өсөн, уны үҙҙәренсә ҡулайлаштырғандар.  "Жульен" - Ғәлимбәковтар ғаиләһенең яратҡан ризыҡтарының береһе. 

– Бының өсөн 400 грамм бәшмәк, 600 грамм тауыҡ түше, 600 грамм бәрәңге, 2 баш һуған, 200 грамм ҡаты сыр кәрәк. Соус өсөн бер стакан ҡаймаҡ, ике йомортҡа, тоҙ, борос, һарымһаҡ алығыҙ.

Һуғанды, итте һәм бәшмәкте табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙә төбөнә туралған бәрәңге һалып, противенгә ҡатлаулап йәйәбеҙ. Һутлыраҡ булһын өсөн өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Иң һуңынан ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән ҡаплайбыҙ һәм бер сәғәткә духовкаға 180 градуста бешерергә ҡуябыҙ, – тип һөйләне Гөлшат ханым.

Ялдарҙа һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы жульен менән һыйлап алығыҙ әле. Иҫ киткес тәмле килеп сыға.  

Фотолар: Ғәлимбәковтарҙыҡы.

 

  

 

 

 

Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Стәрлетамаҡ уңғандары жульенды ошолай бешерә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас