Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 00:20

Өйҙә әҙерләнгән туңдырма. Бик тәмле!

Гүзәл Нәбиуллина үҙе әҙерләгән туңдырма рецебы менән бүлешкән. 

Өйҙә әҙерләнгән туңдырма. Бик тәмле!
Өйҙә әҙерләнгән туңдырма. Бик тәмле!

“Бик яйлы һәм тәмле туңдырма рецебы менән бүләшәм. Беренсе тапҡыр ғына эшләмәйем, үҙеңдеке сифатлы ла, тәмле лә. Күп тә сыға.

Кәрәк:

500 грамм 33 процентлы сливки
250 грамм ҡайнатылмаған ҡуйыртылған һөт (сгущёнка)
Сливкины миксер менән күпертәбеҙ. Уға ҡуйыртылған һөт өҫтәп, тағы ла бер аҙ күпертеп алабыҙ (болғатабыҙ). Бына ул әҙер.

Туңдырманы махсус һауыттарға һалып, дүрт-биш сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Мин был юлы вафли менән (махсус магазинда һатылған вафли тышы) туңдырҙым. Былай ашарға ла яйлыраҡ.

Әгәр ҙә туңдырғыста еләк-емешегеҙ бар икән, блендерҙа иҙеп, өҫтәһәгеҙ ҙә була. Еләкле туңдырма килеп сыға.

Ә ҡайнатылған (топленое) ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) менән эшләһәгеҙ, крем-брюле туңдырмаһы була”,  - тип хәбәр итә Гүзәл Нәбиуллина.

Сығанаҡ: Гүзәл Нәбиуллина.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас