-13 °С
Болотло
Бала саҡта яратып ашаған ризыҡтарҙың береһе – эремсекле билмән менән һыйланып алайыҡ.
Ябай ғына һымаҡ тойолһа ла, бик тәмле ул. Эшләүе лә мәшәҡәт тыуҙырмай. Эремсеккә йомортҡа, тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып баҫабыҙ. Ҡамырҙы туҡмастыҡы һымаҡ әҙерләйбеҙ. Йәйеп эремсек билмәндәре яһайбыҙ һәм ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ. Эҫе килеш, ҡаймаҡ менән өҫтәлгә бирһәгеҙ, яҡындарығыҙ "һә" тигәнсе тәрилкәне ялтыратыр.
Автор фотоһы.