Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 21:05

КОНКУРСҠА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ!

Еңеүселәр билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!

КОНКУРСҠА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ!
КОНКУРСҠА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ!

14 ғинуарҙа иғлан иткән “Иң яҡшы студент” конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүсене билдәләнек!

Ул – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Вилдан Шәмсетдинов. Тырыш, аҡыллы, уңған егетте ихлас ҡотлайбыҙ. Венера Мәмбәтованан кейтерингка сертификат уныҡы!

Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Нургөл Тайсина менән З. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Мораҙым Байегетов еңеүселәр рәтендә. Уларға аҡсалата сертификат һәм “Чито Брито” барбершобына сертификат тапшырыласаҡ.

Һөҙөмтәләр бында: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6967baa28c4cb324313619e0 

Конкурс бик әүҙем, ҡыҙыу барҙы, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт! Әлбиттә, ҙур рәхмәтебеҙ бағыусыларға - Венера Мәмбәтоваға һәм Зөлфиә Мостафинаға.

Барлыҡ студенттарҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм матур итеп уҡыуҙарын теләйбеҙ!

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Һеҙҙе киләһе конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! "Башҡортостан" менән бергә булығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас