Дөйөм ятаҡтың шул тиклем шыҡһыҙ бүлмәһендә аңына килде Раян. Һыуыҡ, бысраҡ бүлмә, өҫтәлдә алып ҡабырлыҡ бер киҫәк ризыҡ юҡ. Был күренеште күрмәҫкә теләп Раян ҡабаттан күҙҙәрен йомдо.
–Улым, зинһар, ташла эскеңде, юҡҡа сығаһың бит, – тип әсәһенең инәлеп әйткән һүҙҙәре, ялбарыулы ҡарашы күҙ алдына килде шул саҡ.
Ул ваҡытта әсәһен ишетергә лә теләмәгәйне. Рәхәт донъя мәңге дауам итер һымаҡ ине. Әсәһе мәрхүм булғас, Раян бөтөнәй иреккә сыҡты. Булғанын рәхәтләнеп туҙҙырҙы.
Атаһы ғүмер буйы Себерҙә эшләгәс, донъялары ҡалын булды. Фатир яҡшы райондан, машинаның да текәһе. Раян мәктәптә уҡыған сағында уҡ уға тип фатир алып ҡуйҙылар. Ауыр шарттарҙа эшләү эҙһеҙ үтмәне, атаһы иртә мәрхүм булды.
Уҡып-уҡып та бәләкәй генә эш хаҡына йәшәгем килмәй, тип Раян институтҡа барманы. Төрлө эштәрҙә йөрөнө. Эш хаҡы алһа, хеҙмәттәштәре менән йыуҙы. Ул коллективта шундай йола йәшәй ине. Шулай итеп араҡы ҡолона әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ауыҙына эске ҡапһа, аҙналар буйы айыҡманы, эскән кешене эшендә лә тотманылар. Бер эшенән икенсеһенә күсеп йөрөнө.
Әсәһе шул тиклем көйҙө Раяндың ошо хәлгә төшөүенә. Иркәләп, яратып ҡына үҫтергән, мохтажлыҡ күрһәтмәгән улына ниндәй ҙур өмөттәр бағлағайны бит ул. Эшләмәһә лә, йәшәр өсөн аҡса кәрәк. Раян эскән баштан фатирын арзан ғына хаҡҡа һатып ебәрҙе лә йәшәргә әсәһе янына ҡайтты. Балаһының был уйламаған ҡылығы өсөн әсәһенең йөрәге бигерәк ныҡ янды. Балаһының упҡынға тәгәрәгәненә әрнеп оҙаҡ йәшәй алманы. Йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булды.
Аҡсаң күп булғанда, дуҫтар ҙа күп, йәшәүе лә күңелле. Аҡса бөтһә, дуҫтар ҙа юҡҡа сыға. Тиҙҙән Раян өс бүлмәле фатирын бер бүлмәлегә алмаштырып, йәнә тормошон көйләп алды. Эскән кешегә кейәүгә сығырға теләгән ҡыҙҙар ҙа булманы. Шулай итеп йылдар артынан артынан йылдарҙы ул яңғыҙы үткәрҙе.
Бер бүлмәле фатирҙы ла ҡарарға кәрәк шул. Түләүҙәре ваҡытында башҡармағас, бурыстары саманан тыш йыйылып китте. Һөҙөмтәлә ул фатирынан да ҡолаҡ ҡаҡты. Бурыстарын ҡаплағандан һуң, уның аҡсаһы шыҡһыҙ ғына ятаҡтағы бер бүлмәгә етте.
Бына шул ваҡытта ғына аңланы ул был тормошта ни тиклем ҙур хата яһағанын. Ләкин бик һуң ине. Был ваҡытта ата-әсәһен дә, уларҙың йыйған мөлкәтен дә, фатирҙарын да юғалтҡайны...
–Әсәй, һинең рухың алдында ант итәм. Башҡаса эскене ауыҙыма ла алмайым. Эшкә урынлашам, – тине ул үкһеп илай-илай.
Шул мәлдән уның араҡыны эсеү түгел, уның яғына ҡарарға ла теләге юҡҡа сыҡты.
Тәүҙә махсус курс тамамлап, Себер яҡтарына эшкә сығып китте. Атаһы эшләгән ергә барып урынлашты. Атаһының хеҙмәттәштәре уға һәр яҡлап терәк булырға тырышты. Егет ал-ял тимәне эшләне лә эшләне, эштән башҡа бер нәмә белмәне.
Бер нисә йыл тигәндә тыуған ҡалаһында яҡшы ғына фатир алырлыҡ аҡса тупланы. Шул тиклем дә ҙур ҡәнәғәтлеге алды ул шул мәлдә. Ата-әсәһе алдында бурысын ҡайтарған һымаҡ тойҙо үҙен. Эсмәгәс, даими эше булғас, уның эргә –тирәһендә лә шундай уҡ дуҫтары барлыҡҡа килде. Оҙаҡ та үтмәне Нәфисә исемле ҡыҙҙы осратты. Сабыр, ипле, осоп-ҡунып тормаған был ҡыҙ күңеленә ныҡлы инеп ултырҙы.
Туйҙары ла эскеһеҙ генә иң яҡын туғандары менән үтте.
Отпускын үткәрергә Нәфисәһе менән яңы алған фатирына ҡайтты. Иң беренсе улар был фатирҙа Раяндың ата-әсәһенең иҫтәлегенә Ҡөрьән ашын уҙғарҙы. Килгән ҡунаҡтарҙы һыйлауҙан, хәйер таратыуҙан, күстәнәстәр өләшеүҙән күңеленә әйтеп бөтмәҫлек еңеллек тойғоһо алды Раян. Бөтә йөрәге менән үҙенең дөрөҫ юлға баҫыуын аңланы.
Яңы фатирында төшөнә бала сағы килеп инде. Атайлы, әсәйле бала сағы. Һыйлы ғына өҫтәл артына ултырғандар ҙа көлөшә-көлөшә сәй эсәләр.Төштә булһа ла күңеленә шул тиклем рәхәт ине Раяндың.
"Тимәк, атайым менән әсәйем минең тормошомдан риза ", - тип йылмайып уянды Раян таң менән.
Автор фотоһы.