“Бөгөн миңә һоҡланғыс ҡатынды – тыл хеҙмәтсәне, педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Рәшиҙә апай Әхмәтованы быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлау бәхете тейҙе, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Абдуллин. – Һәр йәш үҙенсә матур, ә быуатлыҡ ғүмер – айырыуса яҙмыш, сикһеҙ бәхет. Рәшиҙә Хәләфетдин ҡыҙы ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған. Уның уҡытыусылыҡ эше Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлағас уҡ башланған”.
Йәш уҡытыусыны Абдулла ете йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләргә күндерәләр. Әлбиттә, уға еңел булмай: берҙән-бер математика уҡытыусыһы була, дәреслектәр етешмәй, дәфтәрҙәр һәм башҡа мәктәп кәрәк-яраҡтары бөтөндәй юҡ осор. Ярым ас, насар кейенгән балаларға ҡарауы ла еңел булмай, әммә Рәшиҙә Хәләфетдин ҡыҙы барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға ала.
Рәшиҙә Әхмәтованың дөйөм педагогик стажы – 38 йыл.
“Мин уның дәрестәрен бик яҡшы хәтерләйем. Ҡәтғи, әммә ғәҙел ине, мауыҡтырғыс викториналар, конкурстар үткәрҙе, өҫтәмә ҡыҙыҡлы материалдарҙы тапты, уҡыусы өсөн ҡатмарлы предметты яҡшы итеп аңлата белде. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе математика уҡытыусыһы һөнәрен һайланы – был уның пеҫдагогик һәләте дәлиле.
Уҡытыусылыҡ эшендә уның ире Рәфҡәт Әхмәт улы Әхмәтов ныҡлы таянысы булды. Ул да уҡытыусы ине, 1957 – 1978 йылдарҙа Абдулла мәктәбенә етәкселек итте. Улар 55 йыл татыулыҡта ғүмер кисерҙеләр, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. 100 йәшендә лә тормошҡа һөйөү һәм яҡты аҡыл һаҡлаған. Үҙенең оҙон, еңел булмаған хеҙмәт биографияһын бик яҡшы хәтерләй”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Әнис Абдуллин.
Сығанаҡ, фотолар: Әнис Абдуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!