Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 23:15

Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Бүздәк районы Ҡаран ауылында ҙур һәм татыу ғаиләләр күп, улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте, яҡшы балалар тәрбиәләүе, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән республиканың һәм илдең дөйөм эшенә үҙ өлөшөн индерә, тип яҙа ауыл биләмәһе башлығы Валерий Исхаҡов.

Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра
Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте. Был ҡарар ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм төбәгебеҙҙә ғаиләне нығытыу һәм яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү маҡсатын ҡуя.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Бүздәк районы Ҡаран ауылында ҙур һәм татыу ғаиләләр күп, улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте, яҡшы балалар тәрбиәләүе, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән республиканың һәм илдең дөйөм эшенә үҙ өлөшөн индерә, тип яҙа ауыл биләмәһе башлығы Валерий Исхаҡов.

Мәҫәлән, Ҡаран ауылынан Әлиә һәм Илназ Фәрхетдиновтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026" республика фестиваленең муниципаль этабы призеры булды.
Әлиә Рәдиф ҡыҙы Башҡорт кооператив техникумын тамамлаған, әле Ҡаран урта мәктәбенең ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Хеҙмәттәше Гөлфирә Вәлиуллина менән бергә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы  тәмле аштары менән һыйлайҙар.

Илназ Нәзиф улы крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Ул 1999-2000 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше.
Матур ғаиләлә өс бала буй еткерә. Юлия 10-сы, Ильяс 4-се класта белем ала, ә иң кеселәре Нияз – 2-се класс уҡыусыһы.

Фәрхетдиновтарҙың бөтә балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш һәм яуаплы булып үҫә: яҡшы уҡыйҙар, бөтә мәктәп саралары, конкурстар һәм ярыштар уларһыҙ үтмәй тиергә була.
Юлия өҫтәүенә ғилми эш менән дә шөғөлләнә, конкурс лауреаты булды. Ильяс - йәш ирекмән, активист. Класташтары менән бергә мәктәптең һәм ауыл мәҙәниәт йортоноң художестволы үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша. Республиканың төрлө райондарынан йыйылған башҡа балалар менән бергә Өфөләге Шыршы байрамында ла ҡатнашты. Нияз да апаһы менән ағаһынан һис ҡалышмай.

Фәрхетдиновтар - ауылыбыҙҙағы иң тырыш һәм татыу ғаиләләренең береһе. Өйҙә лә, ихатала ла - бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт көтәләр.  Баҡсаларында һәр йыл мул уңыш үҫтерәләр, ә төрлө-төрлө сәскәләре иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күҙҙәрҙе һөйөндөрә.
Ошондай тырыш ғаиләләр ауылыбыҙҙың бәҫен күтәрә, ҡотло итә лә инде. 

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #БүздәкРайоны #БуздякскийРайон #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025 #ФСГО #ФондГрантов

 

Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра
Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра
Ошондай ғаиләләр ауылдың ҡотон арттыра
Автор:
Читайте нас