Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тиҙәр. Бәләкәй саҡтан татыулыҡта, хөрмәттә, бәхеттә, йөрәк наҙына, һөйөүгә сорналып үҫкән ҡыҙҙар һәм малайҙар, әлбиттә, үҙҙәре лә аҙаҡ матур, уңған ғаилә ҡороусан. Тормош йәме лә берҙәмлектә, бер-береңде аңлап тормош көтөүҙә, төрлө яҙмыш һынауҙарын иңгә-иң терәп еңеп сығыуҙа. Ғәзиз әсәй менән ҡәҙерле атай иһә һәр ғаиләнең тотҡаһы, ә йәшәү мәғәнәһе булған балалар – уның көҙгөһө, сағылышы. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан йыр-моң яратҡан, республикабыҙ сәнғәтенә намыҫлы хеҙмәт иткән Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтарҙың ишле, татыу ғаиләһе лә күптәр һоҡланырлыҡ. Өҫтәүенә күптән түгел улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының муниципаль этабының “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Йыр-моңға һөйөүе – ғаиләһенән
Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Рәмил Әүбәкеровтың бәләкәйҙән үк йыр-моңға, музыкаға ғашиҡ булыуы тиккә түгел. Уның атаһы Закир Шәғәле улы үҙе оҫта бейеүсе, бына тигән йырсы булған, мандолинала шәп уйнаған, ағастан төрлө йорт йыһаздарын эшләгән оҫта тип танылған. Әсәһе Мәрғиә Әүбәкер ҡыҙы ла халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, башҡорт милли күлдәктәрен һәм түшелдектәрен теккән. Шуны билдәләргә кәрәк, Әүбәкеровтарҙың һәр нәҫел ебенең үҙенең таланты бар. Мәҫәлән, Зәбир Закир улы Әүбәкеров ҡурайҙа уйнай. Улы Айнур уның кеүек оҫта ҡурайсы һәм йырлай. Ул үҙенсәлекле баритон тауышҡа эйә. Ҡурай моңо артабан Ҡадир Зәкир улының да тормошонда иң мөһим урын ала. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Рәмилдең бер туған апайы Әнисәнең улы Ғаяз Ялмырҙин да сәнғәт юлын һайлаған. Бәләкәйҙән ошондай мөхиттә тыуып үҫеү Рәмил Әүбәкеровтың яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр, үҙенә ғүмерлек һөнәр һайлауына сәбәп булғандыр, моғайын. Хәҙер ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Урал моңо”, “Ирәндек моңдары” һәм башҡа мәртәбәле конкурстар еңеүсеһе, билдәле йырсы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе солисы.
– Атай-әсәйем дә, туғандарым да – ижади кешеләр. Әсәйем моңло итеп йырлай, атайым уға ҡушылып гармунда ла, мандолинала ла уйнай ине. Туғандарым араһынан да берәүҙәре ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнаһа, икенселәре бейеүгә оҫта, – ти Рәмил.
Сәхнәлә Рәмил Закир улы – бала саҡтан. Башта ул мәктәптә, ауыл клубында, районда үткән концерттарҙа ҡатнаша, һуңғараҡ иһә сәхнә уның ижад майҙанына әйләнә.
– Сәхнәгә йыр менән дә, баян менән дә аяҡ баҫтым, тиергә мөмкин. Балтик диңгеҙе буйында моряк булып хеҙмәт иткәндә тәүге йырымды яҙҙым, аҙаҡ инде ул йәшәү йәменә әүерелде, – ти Рәмил Закир улы. – Йырҙарға килгәндә, репертуарымда төрлөһө бар. Лирика, романстар аша күңелдәге барлыҡ хис-тойғоно сағылдырырға була, әммә заман алға барған һайын йырсылар ҙа, стилдәр ҙә үҙгәрҙе. Хәҙергеләр халыҡ йырҙарын башҡарып бармай, әммә беҙ ҙә замандан ҡалышмаҫҡа, аранжировкаларыбыҙҙы заманлаштырырға ынтылабыҙ.
“Тәүге тыңлаусым да, тәнҡитсем дә – Зөлфиәм!”
Әрменән ҡайтҡас та Рәмил Әүбәкеров “Ҡайҙа барырға, кем булырға?” тип оҙаҡ уйланмай: Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға бара һәм унда ул буласаҡ кәләше Зөлфиәне осрата. Салауат районы ҡыҙы тәү күреүҙән егетте үҙенә әсир итә һәм бер көндө таңғы дүрттә егет, ҡыҙҙың үҙен дә, бүлмәләштәрен дә таң ҡалдырып, һөйөүен белдерә. Ошо көндән алып улар бергә. Балалары әйтеүенсә, гастролдәргә лә, магазинға ла, баҡсала ла улар һәр саҡ бергә, хатта машинаны улар икәүләшеп ремонтлай икән.
– Ғаиләм менән бәхетлемен. Ҡатыным да йыр-моңға ғашиҡ кеше, минең кеүек ул да халыҡ йырҙарын ярата. Зөлфиә миңә һәр йәһәттән ярҙам итә, кәңәш бирә, яңы йырҙарымдың тәүге тыңлаусыһы ла, тәнҡитсеһе лә ул, – ти һөйөклө ҡатыны тураһында Рәмил Әүбәкеров.
Зөлфиә Дауыт ҡыҙы Силәбе өлкәһендә тыуған, әммә үҙен Салауат районының Тирмән ауылы ҡыҙы, тип иҫәпләй. Ул да йыр-моң яратҡан ишле ғаиләлә буй еткергән. Иренең кеүек, уның ата-әсәһе лә йыр-моң яратҡан, ағайҙары өҙҙөрөп гармун уйнаған. Әйткәндәй, Зөлфиә донъяға килгәндә ҡыҙыҡ хәл теркәлә. Силәбе өлкәһенең Златоуст районындағы бала табыу йортонда ут һүнеү сәбәпле, уға тиклем донъяға килгән балаларҙы утһыҙ таптыралар. Ә Зөлфиәнең әсәһе дауаханаға инеү менән электр уты ҡабына һәм ҡыҙ ысын мәғәнәһендә яҡтыла тыуа. Ошо мәлде хәҙер Зөлфиә үҙенә күрә бер мөғжизәгә тиңләй, тормошондағы мәлдәрҙең яҡты, матур булырына ишара, тип билдәләй.
Тормошон йырһыҙ күҙ алдына килтерә алмаған ҡыҙ 1993 йылда Өфө сәнғәт училищеһына барырға тәүәкәлләй. Ул саҡта конкурс ҙур була һәм ҡыҙ, барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Әҙилә Хәбип ҡыҙы Шәйхисламова класына эләгә. Өсөнсө курсҡа күскәндә үҙе менән бергә уҡыған Әбйәлил егете Рәмилгә кейәүгә сыға. Йәштәр әлеге эстрада “йондоҙ”о Әнүәр Нурғәлиев менән бергә уҡый, каникулда бергәләшеп Башҡортостан ауылдары буйлап концерт ҡуя һәм шунда эшләгән аҡсаға үҙҙәренең никахына балдаҡтар һатып ала. Өсөнсө курс аҙағында йәш ғаиләгә бәхет, йәм өҫтәп ҡыҙҙары-ҡыҙҙары тыуа. Уға Айһылыу тигән исем ҡушалар.
Әйткәндәй, Зөлфиә Әүбәкерова “Ирәндек моңо-2000” конкурсында, Әстерханда үткәрелгән “Алтын дала сыңы-2003” бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булған, башҡа ижад бәйгеләрендә үҙен һынап ҡараған. Ул ҡәйнәһе кеүек ҡул эштәренә оҫта. Мәҫәлән, биҙәүестәре ҙур һорау менән файҙалана.
Һуңғы курста уҡығанда Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтарҙы Сибай филармонияһына эшкә саҡыралар. Әммә йыл ярым эшләгәндәң һуң, эш хаҡын ала алмау, торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмау сәбәпле, йәштәргә Әбйәлил районының Гусев ауылына ҡайтырға тура килә. Талантлы кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, улар ауылдың мәҙәниәт усағын дөрләтеп, йәмләндереп тороусы матур йырсылар булараҡ танылыу яулай. Бер аҙ ауылда эшләгәндән һуң, йыр-моңға, сәнғәтҡә ғашиҡ парҙы Стәрлетамаҡ филармонияһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Шакирова саҡыра. Ул ваҡытта бында Ғәзинур Хужәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Ҡадир Әүбәкеров, Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зилә Лира, Альфред Мырҙағалиев, Рәйес Әбүбәкеров, Альберт Салауатов, Сәйҙәш Сәсәнбаев эшләй. Ришат Хәмиҙуллин һәм Гүзәл Фәхретдинова концерттарҙы оҫта итеп алып бара. Репертуарында “Болон” тип аталған халыҡ йыры ла булған Зөлфиә Әүбәкерованы Стәрлетамаҡ тамашасыһы шунда уҡ үҙ итә. Уның тормош иптәше Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Әүбәкеров менән бергә яһаған сығыштары айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙың бергә башҡарған дуэттары түбәндәгеләр: “Бәхетем һин” (Рәмил Әүбәкеров музыкаһы, Сафуан Әлибаев һүҙҙәре), “Һин булмаһаң, йырлы булмаҫ инем” (Рәмил Әүбәкеров музыкаһы, Әнисә Таһирова һүҙҙәре), “Ал ҡосағыңа, йәнкәйем” (Суфуат Бәҙретдинов һүҙҙәре һәм музыкаһы) һәм башҡалар. Зөлфиә башҡарған халыҡ, төрлө композиторҙар йырҙарын тамашасылар йылы ҡабул итә.
Шулай итеп, 1999 йылда Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтар Стәрлетамаҡта төпләнә. Уларҙың татыу ғаиләһендә өс бала – Айһылыу, Айгиз һәм төпсөк ҡыҙҙары Гөлдәниә үҫә. Суфуат Бәҙретдиновтың һүҙҙәренә ғаилә башлығы Рәмил һәм шиғри юлдар авторы “Йөрәгемдең өс һулышы” тип исемләнгән йыр ҙа яҙған.
Хәҙер Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкировтар ҡалалағы театр-концерт берләшмәһенең "Ашҡаҙар" эстрада-фольклор төркөмөндә (художество етәксеһе - Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллина) уңышлы эшләй. Шуныһы үҙенсәлекле: өлкән ҡыҙҙары Айһылыу бәләкәйҙән сәхнәне ысын мәғәнәһендә күреп, белеп үҫкән, сөнки уны репетицияларға ла, концерттарға ла үҙҙәре менән бергә алып йөрөгәндәр. Ул үҙе бейергә ярата. Улдары Айгиз дә һәләтле кеше, хатта “Синыфтан тыш дәрес” тигән киноға төшөргәндәр. Ул ваҡытта Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы ине. Кинйәләре Гөлдәниә бәләкәй саҡтан йырлай, бейей, ҡумыҙҙа, синтезаторҙа уйнай һәм әсәһе менән атайының концерттарында сығыш яһай, “Бишбармаҡ”ты яратып бейей. Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтар – Арина, Сәфинә исемле ейәнсәрҙәренә һәм Артур исемле ейәндәренә наҙлы өләсәй һәм олатай ҙа. Быуындар сылбырын дауам иткән бәләкәстәр ҙә үҙҙәре сәнғәткә маһир: бейейҙәр һәм йырлайҙар. Шулай итеп, ҡыҙҙары Айһылыу менән кейәүҙәре Радмир ҙа ҡыҙҙарын, улын сәнғәт донъяһына ылыҡтырып үҫтерә. Ҡоҙағыйҙары Венера менән ҡоҙалары Ринат та сәнғәткә ғашиҡ, концерт-тамашаларға әүҙем йөрөйҙәр.
Күптән түгел Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтар ғаилә ҡороуҙарына утыҙ йыл тулыуҙы – ынйы туйҙарын билдәләне. Улар бер-береһен тулыландырған, бер-береһенә һәр йәһәттән терәк булған, хатта бер-береһенә оҡшаған, күптәрҙе һоҡландырған ижади парҙарҙың береһе. Балалары иһә йәшәү мәғәнәһе, тормош сәскәһе. “Яҙмышыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ижад беҙҙе ҡауыштырҙы һәм бәхетле тормош юлын күрһәтте”, – ти Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтар.
Айһылыу НИЗАМОВА.
Фотолар: Зөлфиә менән Рәмил Әүбәкеровтарҙың ғаилә архивынан.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!