Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы биләмәһендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыуға әҙерлек тулы ҡеүәттә бара, тип хәбәр итте ауыл хакимиәте башлығы Динар Хөснөтдинов.
– Программаға ярашлы Имай-Утар ауылы халҡы менән беренсел һәм йомғаҡлау йыйылыштары уҙҙы. Унда халык бер тауыштан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте һәм Имай-Утар ауылының Куйбышев урамындағы зыяратты төҙөкләндереү өсөн материалдар һатып алырға тигән тәҡдимде хуплап сыҡты. Унда ҡатнашҡан халыҡҡа, инициатива төркөмөнә, иғәнәселәргә рәхмәт. Берҙәм булһаҡ, күпте эшләй алырбыҙ, – тине Динар Хөснөтдинов.
Әйткәндәй, былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында райондың Мәскәү ауыл биләмәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлгән, мәктәптең тәҙрәләре алмаштырылған, һыу үткәргес селтәрҙәренә капиталь ремонт яһалған. Шулай уҡ Мәскәү ауылы зыяратының кәртәһен яңыртҡандар.
Фото: Мәскәү ауылы хакимиәтенән.