

Хәҙер Ғафури районының үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ картаһы бар. Был – ябай ғына география объекты түгел, бихисап төҫлө ептән күҙ нурҙары һалынып, йөрәк йылыһы ҡушылып эшләнгән ижад емеше.
Уның авторы – Родина ауылынан Валентина Веретюк. Кеше кәүҙәһе ҙурлығындағы япманы халыҡ ҡарауына сығарыу өсөн йыл ярым ваҡыт талап ителгән. Шуныһы үҙенсәлекле: был картала Ғафури районының йолалары, билдәләре, хатта мәҙәни коды сағылыш тапҡан.
Валентина Яковлевнаның ижады сигеү менән генә сикләнмәй, уны әллә күпме ҡул ижады өлгөләре бар. Иң мөһиме – уның күңеле бай. Ә һәләте – өләсәйенән. Белгәнен башҡаларға ла ихлас өйрәтә - “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара, төрлө костюмдар тегә, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Уның барлыҡ башланғыстарында ла ғаиләһе ярҙам итә. Ире Михаил Викторович менән 53 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр: өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер туғыҙ ейән-бүләсәрҙәре бар.
“Валентина Яковлевна кеүек кешеләр – районыбыҙ байлығы. Уға һәләте, хеҙмәте һәм вайымһыҙ ҡалмауы өсөн рәхмәт! “, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов.
Сығанаҡ, фотолар: Ғафури районы хакимиәте бшлығы Венер Вахитовтң социаль сел тәрҙәге сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!