

Амур өлкәһендә йәшәүсе өлкән йәштәге ир легендар совет техникаһын ижад итә!
78 йәшлек Юрий Потапчук һөнәре буйынса скульптор булмаһа ла, уның ҡарҙан эшләгән эштәре камиллығы менән хайран ҡалдыра!
Ул совет машиналарын һәм техникаһын ысынбарлыҡтағы кеүек итеп эшләй.
Юрий Потапчук ҡарҙан легендар совет автопромы ГАЗ М-1 автомобилен, 1:1 масштабында Т-34 танкын һәм билдәле «Эмка»ны (1932 йылғы) һынландырған.
Хатта 30 градуслы һыуыҡтар ҙа ҡурҡытмай уны! Был эште ул күңел өсөн, урындағы халыҡты һәм өлкә ҡунаҡтарын ҡыуандырыр өсөн башҡара.
Ошондай ихлас кешеләр булғанға ҡыш та матур!
Сығанаҡ: “Сәләм” телеканалы
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan