

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көндәргә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 28 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көньяҡтан иҫкән елдең тиҙлеге уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус, аяҙытҡанда -22, -27, көндөҙ -9, -14 градус.
Кесе йома, 29 ғинуарҙа, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә-10, -15 градус, аяҙытҡанда -20-гә тиклем, көндөҙ -5, -10 градус.
Йомала ла һауа торошо шатландырасаҡ, урыны менән ҡар яуа, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan