Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар , 18:30

Улын “булдыҡһыҙ” тип игәп үҫтергәйне...

Һәләтле  егет булһа ла, Фәнүр был тормошҡа яраҡлаша алманы  

Улын “булдыҡһыҙ” тип игәп  үҫтергәйне...
Улын “булдыҡһыҙ” тип игәп үҫтергәйне...

Кеше һүҙенең ҡөҙрәте шул тиклем ҙур, әйләнә-тирәләге тормош миҫалдары аша быға нығыраҡ инана бараһың. Әлеге яҙмам,  ғаиләһендә ике төрлө тәрбиә алып үҫкән Фәнүр һәм Айрат исемле бер тиҫтер малайҙар тураһында.

 Фәнүрҙе  атаһы бала саҡтан бер туҡтауһыҙ әрләне. Берәй эш эшләй башлаһалар ҡаты күңелле атайҙың тауышы ихатала яңғырап торҙо.

– Булдыҡһыҙ! Шуны ла эшләй белмәйһең бит һин! Ағасты шулай бысалармы ни? Кәкре ҡул! Бешмәгән! Ана күрше Ниязға ҡара һинән бәләкәйерәк булһа ла, ут кеүек, белмәгән эше юҡ! – тип һәр ваҡыт улын түбәнһетте.

Өйҙән берәй эш ҡоралын алып сығырға ебәрһә, килеп еткәнен дә көтмәй тирә-яҡҡа яр һалды:

–Нишләп атлаған ереңдә йоҡлап йөрөйһөң? Шул тиклем аңра булырһың икән! – тип йәнә лә улын битәрләне.

 Шуға ла Фәнүр бик баҫалҡы, өндәшмәҫ, ҡыйыуһыҙ ғына булып үҫте.Атаһына ярайым тип, тырышып эшләһә лә, бер ҡасан да маҡтағанын ишетмәне.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә бик яҡшы уҡыны, башлы ине.

Мәктәптән һуң ситкә сығып киткәйне, ҙур ҡалала үҙенә юл яра алманы. Ауылға ҡайтып колхозға водитель булып эшкә керҙе. Колхоз тарҡалғайны, тегендә-бында шәхси эшҡыуарҙарҙа йөрөнә лә бөтөнләй эшһеҙ ҡалды. Эске, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәре булмаһа ла ҡыҙҙар менән дә борсағы бешмәне. Үтә ныҡ ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында оҡшатҡан ҡыҙына барып өндәшергә баҙнат итмәне. 40 йәшенә етеп барғанда  ул атай йортонда, ата-әсәһенең пенсияһына ҡарап ғүмер итте.  

Уның тиҫтере Айратты әсәһе генә үҫтерҙе. Шул тиклем һүҙгә ипле, йомшаҡ ине әсәһе. Кемделер  шелтәләр булһа ла һәр ваҡыт “рәхмәт яуғыры” тип әрләне. Айрат бала сағында берәй эш боҙһа ла тауыш сығарманы.

– Рәхмәт яуғыры! Нишләп ҡапҡаны асыҡ ҡалдырҙың? Һыйыр сығып киткән бит. Хәҙер нисек эҙләп алып ҡайтабыҙ инде? - тип шелтәләне.

Ул инәй хатта мал-тыуарға  ла бер ҡасан да ҡысҡырманы. Бер ваҡыт күршеһенең йорт ҡуяндары баҡсаһына килеп кергәйне. Шул ваҡытта ла яр һалып, кеше менән тәмһеҙләшмәне:

– Рәхмәт яуғырҙары был ҡуяндар! Ҡышҡылыҡҡа тигән кишеремде ашап бөтөрәһегеҙ бит, - тип ипләп кенә оҙон ҡолаҡтарҙы баҡсаһынан ҡыуып сығарҙы.

Шул инәйҙең уҡыуға  әллә ни шәп булмаған улы Айрат бик үткер, тәүәккәл булып үҫте. Һәр эшендә әсәһенең ҡеүәтләүен ишеткәнгәме, үҙенә ышанысы көслө булды. Хатта һуңынан бик уңышлы эшҡыуар булып китте.

Яҡындарыбыҙҙың  йылы һүҙе ҙур эштәргә ҡанатландыра, ышанысты арттыра икәнлеген тормош үҙе күрһәтә.

Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас