

Арабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренең ғаилә ҡороп, дуҫ һәм татыу йәшәү миҫалдары бихисап. Бары тик үҙ-ара ихтирам, йылылыҡ булғанда ғына ныҡлы донъя ҡороп була. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройҙары ла быға миҫал. Ишембай районының Кинйәкәй ауылынан Ольга һәм Винер Дауытовтар хәҙер инде 20 йыл бергә бер бөтөн булып ғүмер итә. Винер Алтынтимер улы – ошо ауыл егете, ата-әсәй нигеҙен һыуытмай ошонда донъя ҡора. Ольга Викторовна – Архангель районынан. Дөйөм дуҫтары аша танышып, яҙмыш уларҙың тормоштарын бәйләй. Ике милләттең дә йолаларын хөрмәт итеп өлгө булып йәшәй белә Дауытовтар. Ғаилә башлығының ата-әсәһенең иҫтәлегенә Ҡөрән аштары уҙғаралар, Пасха байрамында ла йомортҡалар буяп яҡындарын ҡотлайҙар.
–Кинйәкәйҙә мине бик йылы ҡабул иттеләр. Бында оҡшай. Кешеләре һәйбәт, изге күңелле, берҙәмдәр. Өмәләргә лә дәррәү сығып эшләйҙәр. Хәҙер инде башҡорт телен дә аңлай башланым. Был ауылға килен булып төшкәс, өмәләрҙә ҡаҙ йөнө йолҡорға өйрәндем. Башҡорт йырҙары, йолалары ла оҡшай. Үҙем ауыл тормошон яратҡас, Кинйәкәйҙе лә үҙ иттем, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйбеҙ, – тип ихлас һөйләне Ольга Викторовна.
Ғаилә башлығының һүҙен тыңлау, һәр эште кәңәшләшеп эшләү – ошонда ла сағыла был күркәм парҙың татыулығының сере.
Фото: ғаилә архивынан.