Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 19:15

“Ялҡау” килендең икмәге биҙрәгә осто

Тырышһа ла, ҡәйнәһенә ярай алманы Нурия.

“Ялҡау” килендең икмәге биҙрәгә осто
“Ялҡау” килендең икмәге биҙрәгә осто

Ер йөҙөндә нисә кеше, шунса яҙмыш. Тормош булғас, үкенестәр ҙә булмай тормай. Әлеге геройым да холҡоноң йомшаҡлығы арҡаһында ғүмер буйы балаһын күрергә зар-интизар булып йәшәне.

Шамил – ғаиләлә төпсөк малай. Бала саҡтан апайҙарын тыңлап ҡына үҫте, улар һәр ваҡыт дөрөҫ әйтә һымаҡ тойолдо, ләкин һәр нәмәлә лә сама кәрәк. Апайҙары, ҡустыларының тормошона артыҡ ҡыҫылып, уны, киреһенсә, бәхетһеҙ итте.  

Армиянан ҡайтҡас, Шамил күрше ауыл ҡыҙы Нурияға үлеп ғашиҡ булды. Уны күреү өсөн кисте көтөп ала алманы. Киләсәген унан башҡа күҙ алдына ла килтермәне. Ауылдарында шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡыҙ ҙа Шамил тип өҙөлөп торҙо.

Әсәһе, апайҙары менән таныштырырға алып ҡайтҡанында Шамил бәхеттең етенсе ҡатында ине. Үкенескә ҡаршы, Нурияны матур ҡабул итһәләр ҙә, аҙаҡ етешһеҙлектәрен эҙләргә керештеләр.

Туйҙан һуң йәш ғаилә Шамилдың әсәһе менән бергә йәшәй башланы. Сәлимә һәм Гөлсөм апайҙары айырым донъя көтһә лә, әсәләре эргәһенә килмәгән көндәре булманы. Йәш килендең эшенән, үҙенән әле бер, әле икенсе етешһеҙлек табып ҡына торҙолар. Бәләкәстәре Илнур донъяға килгәс тә, тынысланылар.

– Ниңә улай күҙҙәре ҡыҫыҡ. Беҙҙең нәҫелдә юҡ ундайҙар! Кемгә оҡшаған ул?! –тип аҫтыртын төрттөрөүҙәренә лә сабыр ғына түҙҙе Нурия.

Шамил үҙе лә йомшаҡ булды. Апайҙары йәберләгәндә ҡатынын яҡлап бер һүҙ әйтә алманы. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәренең хаҡ булыуына ла ышана башланы.

– Беҙҙең Шамил һоҡланып ҡарап торорлоҡ: төҫө лә , буйы ла бар, эшкә лә шәп. Нурияға эләгеп әрәм булды инде. Ялҡау, эш рәте белмәгән ҡыҙҙы алып интегә, – үҙ-ара шулай һөйләшкәндәрен ишетеү ҡатынына күңелен һүрелтә.

Балаһы тынғыһыҙ булғас, Нурия эргәһенән китә алманы. Үҙенә лә төндәр буйы йоҡо эләкмәй ҡайһы саҡ. Өйҙәге ваҡ-төйәк эшкә саҡ өлгөрҙө. Ҡайҙа инде, бәрәңге утау йәки башҡа ҙур мәшәҡәттәр башҡарыу. “Ялҡау килен” гә өйҙә торорға көн ҡалмай. Шулай ҙа  бирешмәҫкә тырыша әле ул.

Бер көн ҡәйнәһе ҡунаҡҡа киткәс, уның күңелен күрәйем тип,  икмәк һалып ҡуйҙы. Балаһын илата-илата эшләһә лә, икмәгенең уңыуына бик  һөйөндө, ләкин ҡәйнәһе киленен маҡтарға ашыҡманы. Икмәкте бер генә тешләп ҡараны.

– Теште һындырырыҡ, таш кеүек бит икмәгең. Быны мал да ашамаҫ, –тип һыйырҙарға тигән аш-һыу һауытына өс икмәкте лә быраҡтырҙы.

Был хәлде күреп, Нурияның йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Ныҡ түҙемле булһаң да, уның да сиге бар икән. Нурия әйберҙәрен йыйҙы ла, ете айлыҡ  балаһын ҡулына алып, ауылына ҡайтып китте.

Ата-әсәһе быға тиклем дә ҡыҙҙарының тормошон белгәнгә, бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Иң үҙәкте өҙгәне – иренең “ҡайт” тип килеп тә әйләнмәүе.

Шулай итеп, ике йыл да йәшәмәй айырылышып ҡуйҙылар.

– Ярай, ҡайтып китһә, үҙеңә тиңде табырбыҙ, кәләшһеҙ ултырып ҡалмаҫһың, –тип йыуатты апайҙары, Нурияның ҡайтып китеүенә һөйөнөп.

Һағынмай түгел, һағынды Шамил. Ҡатынын да, бәләкәс улын да. Бары тик апайҙарының, әсәһенең һүҙенән сыға алманы.  

Тиҙҙән  үҙҙәренә оҡшаған киленде таптылар. Район үҙәгендә йәшәгән дуҫтарының ҡыҙы була ул. Йәш балаһы менән яңғыҙ ҡалған ҡатындың ире аварияға эләгеп һәләк булған.

Гөлсинәнең ҡайғынан да ныҡлап һыуынып бөтмәгән сағы . Шамилда ул таяныс, терәк тойғандыр. Бер-береһенә эҫенеп китәләр. Яҡындары ла өйләнешеүҙәрен ҡабаландыра. Шулай итеп, Шамил район үҙәгенә күсеп китә, ләкин уртаҡ балалары ғына булмай. Гөлсинәнең улы Шамилдыҡынан бер йәшкә кенә ҙур ине. Ҡаҡмай-һуҡмай, Рөстәмде ҡәҙерләп үҫтерәләр, ләкин уға ҡарап, үҙенең улы иҫенә төшөп, йөрәге һыҡрай Шамилдың.

Ә яҙмыш уларҙы көтмәгәндә осраштырҙы. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Мәктәпте тамамлап, Өфөлә юғары уҡыу йортона ингән улдары бер көн кисләтеп дуҫы менән килеп инде.

– Атай, әсәй аптырамағыҙ. Был минең дуҫым – Илнур. Бер төркөмдә уҡыйбыҙ. Ауылына киске автобусҡа һуңлағас, үҙебеҙгә алып ҡайттым. Иртәнге автобусҡа сығыр, – тине Рөстәм.

Танышҡанда  ауылын, ата-әсәһен һорашыу – ғәҙәти күренеш. Шамил да ҡыҙыҡһынмай булдыра алмай. Яуапты ишеткәс, телһеҙ ҡалды. Нурияның улы... Фамилияһы ла шул... Ауылы ла... Тимәк, Илнур – уның улы...

Үҙенең йәш сағын күргән һымаҡ булды Шамил Илнурҙа. Нурияның да һыҙаттары бар һымаҡ.

Нисәмә йыл барып хәлен белешергә йөрьәт итмәгәйне. Бына бит улы үҙе килеп ингән...

Тыны ҡыҫыла башлағас, Шамил тышҡа саф һауаға сығырға ашыға.

Егеттәр ҙә артынан ҡалманы.

– Балалар, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Сабыр итеп тыңлағыҙ әле. Илнур, һин бит минең улым. Әсәйең менән айырылышҡас, бер ҙә күрешергә тура килмәне, ләкин  иҫкә төшөрмәгән көнөм булманы. Эргәңә барырға ғына көсөм етмәне. Апайҙарымдың һүҙенә ҡаршы тора алманым шул. Ғәфү итерһеңме, улым, – тип Шамил Илнурға ҡараны.

Был хәбәрҙе ишеткән Илнурҙың йөҙө ағарып китте. Тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәне.

– Юҡ, ғәфү итә алмайым, – тине атаһын оҙаҡ көтөүҙән күңеле ҡатҡан егет. – Теләгең булһа, килер инең. Йомшаҡ ихтыярлы, үҙ фекере булмаған, яҡындарын яҡлап һүҙ әйтә алмаған атайҙың булғанынан булмауы яҡшы. Тормош  быны йәштән ныҡ төшөндөрҙө – мин үҙемдең ғаиләмдең ысын ҡалҡаны буласаҡмын. Ә һин минең өсөн күптән үлгән, – тип Илнур өҫкө кейемдәрен алды ла тышҡа сығып йүгерҙе.

Рөстәм генә был хәлде аңлап бөтмәй аптырап баҫып ҡалды.

Сабыйын күрмәгәнгә  ғүмер буйы һыҡраған йөрәге был юлы һынатты Шамилдың. Таң менән яҡты донъянан китеп барҙы...

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас