

Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә ике пар игеҙ бала тыуыуы тураһында акттар теркәлгән. Дамир менән Дарьяның ғаиләһендә - Рафаэль һәм Эмиль, Азамат менән Гүзәлдең ғаиләһендә донъяға килгән Арыҫлан һәм Ассель тәүге документҡа эйә булған.
"Игеҙәктәр – район өсөн һирәк, йылына 3-4 тапҡыр ғына була торған ваҡиға. "Бала тыуыу" суперсервисы ярҙамында бер юлы ике пар сабыйҙың тыуыуы теркәлде һәм бер көндә документтар тапшырылды. Электрон суперсервис ата-әсәләрҙең ваҡытын күпкә экономиялай, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә", — тип белдерҙе Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.
Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ"
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan