Йәмғиәт
1 Февраль , 13:40

Ҡоймаҡ күҙәнәкле булһын тиһәгеҙ....

Әсеткене алдан әҙерләү ҙә быға булышлыҡ итер

Ҡоймаҡ күҙәнәкле булһын тиһәгеҙ....Ҡоймаҡ күҙәнәкле булһын тиһәгеҙ....
Ҡоймаҡ күҙәнәкле булһын тиһәгеҙ....

Ҡоймаҡты нисек кенә  ҡоймайҙар. Ҡалын да, нәҙек тә, ҙур ҙа, бәләкәй ҙә итеп бешерәләр. Һәр хужабикәнең үҙенең сере бар. Ҡоймаҡ күҙәнәкле булһа, ул айырыуса тәмле килеп сыға.

Күҙәнәкле ҡоймаҡ бешереүҙең бер ысулы һеҙгә лә файҙалы булыр.

Бының өсөн  1 стакан йылымыс һыуға 1 балғалаҡ ҡоро әсетке, 1 аш ҡалағы шәкәр, сама менән тоҙ һалып бутап, ултыртып торабыҙ. Бер нисә минуттан ул күпереп сыға. Шуға 1 литр тирәһе йылы һөт, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, он һалып, барыһын бергә туғыйбыҙ һәм өҫтөн ҡаплап ҡабартырға ултыртабыҙ.

Ҡабарып сыҡҡас, уға 1 балғалаҡ аш содаһы һалып бутайбыҙ һәм йәнә 5 минутҡа ҡалдырабыҙ. Унан бешерә башлаһаҡ та була. Ҡоймаҡтар күҙәнәкле генә булып, уңып бешә.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас