

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Сәлимә Абдуллинаны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ яҡшы белә. Элек–электән был яҡтарҙа турпыша һуҡҡандар. Ул боронғо милли шөғөлдәренең береһе булған. Ҡыҙҙарҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар.
Һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәлимә Фәттәх ҡыҙы тап ошо боронғо шөғөлгә тотоноп китә.
—Тәүҙәрәк көн үтһен тип, үҙемдең ҡыҙыҡһыныуым менән генә башлаған инем, аҙаҡ ниндәйҙер “сир” кеүек үҙенә тартты,–тип йылмая әңгәмәсем.—Бына быларын диван япмалары булыр тип башлаған инем, эшләгән һайын, яңы идеялар килә, фантазия ла арта бара. Кешеләр эшемде күреп, дәртләндереп ебәрһәләр тағы ла ихласлап тононам. Ә инде үҙ ҡулдары менән һуҡҡан "Мин яратам һине, Юлдыбай!", Айыҡ ауыл–Юлдыбай" тигән турпышаларым "Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе" тип аталған "Турпыша-2023" район-ара оҫталыҡ фестивалендә Гран–при яулағас, был шөғөлгә башкөллө сумдым. Әле баҙыян биҙәктәр һалып бына ниндәй матур балаҫтар эшләнем. Ҡыш көнө күберәк ҡул эштәре менән булышам, дини китаптар уҡыйым, ғәрәп телен өйрәнәм.
Сәлимә Абдуллина шулай уҡ ата йортон, ата–әсәһенең, туғандарының исем–шәрифен, тыуған көндәрен төрлө ептәр менән сигеп, йортоноң түренә элеп ҡуйған.
Тормош иптәше бик йәшләй генә вафат була, бер үҙе өс балаһын аяҡҡа баҫтыра. Бөгөн бәхетле өләсәйҙең һигеҙ ейән–ейәнсәре бар. Хәстәрлекле өләсәй әле үк өс ейәнсәренә бирнәлек турпышалар әҙерләп ҡуйған.
Автор фотолары
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...