Йәмғиәт
2 Февраль , 09:20

"Мөғжизәләр яланы"нда автомобиль отҡан!

Был бәхет Межгорье ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙға тәтей. 

"Мөғжизәләр яланы"нда автомобиль отҡан!"Мөғжизәләр яланы"нда автомобиль отҡан!
"Мөғжизәләр яланы"нда автомобиль отҡан!

Был бәхет Межгорье ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙға тәтей. Людмила Мельникова һүҙҙе атай алмай, әммә барабанды әйләндергәндә уға "Бүләк секторы" эләгә. Леонид Якубович, һатыулашып, сумманы өҫтәй-өҫтәй уны  170 мең һум аҡса алырға өгөтләй, әммә ханым үҙ һүҙендә ныҡ тора - аҡсанан  баш тарта. Интуицияһы уны алдамай -  йәшниктә машина асҡысы ятҡан була. 

Кем һуң бындай ырыҫлы яҡташыбыҙ? Людмила - һөнәре буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәре , мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәгендә хормейстер булып эшләй,  өс ижади коллективҡа етәкселек итә. 

Яҡташыбыҙҙы ҙур бүләге менән ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

 

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас