

Наилә Хисмәтуллина йөҙ мең һум аҡсаһын кеҫә телефоны ярҙамында сит кешегә күсергән. Ул – хаҡлы ялда, айына утыҙ мең тирәһе пенсия ала. Ейәне Тимурҙың 15 йәшенә бүләк итермен тип йыйған ошо бүләгенән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Әле аптырауының сиге юҡ, тиктомалдан шылтыратыусының кеҫәһен ҡалынайтҡан бит. Һаҡланған телефон номерына күпме генә шылтыратмаһын, теге яҡтан бер ниндәй ҙә яуап булмаған, эҙһеҙ юғалған. Ахыр сиктә полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хөрмәтле дуҫтар, берүк һаҡ булығыҙ! Бер кемгә лә бер ниндәй ҙә аҡса күсермәгеҙ! Бөгөн кибермутлашыусылар, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк шикелле, шул хәтлем күбәйҙе. Мошенниктар компьютер йәки ноутбук аша ла бәйләнешкә инеп, төрлө мутлыҡтарын ҡылыуын дауам итә.
Әйткәндәй, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүселәр мутлашыусыларҙың ҡырын эштәренә кәртә ҡуя, исем-шәрифтәрен асыҡлай, ундай әҙәмдәрҙе енәйәти яуаплылыҡҡа тарттыра.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.