Йәмғиәт
3 Февраль , 10:00

Тегенсе һөнәренә тоғро ҡалған

Ата–әсәһе берҙән–бер балалары булғанлыҡтанмы, ҡыҙҙарын ситкә уҡытырға ебәрмәй. Мәктәпте тамамлағас, Фәниә Шәкирйән ҡыҙы Йылайыр һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙ итә.

Тегенсе һөнәренә тоғро ҡалғанТегенсе һөнәренә тоғро ҡалған
Тегенсе һөнәренә тоғро ҡалған

Фәниә Таҡалова сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылы ҡыҙы. Ата–әсәһе берҙән–бер балалары булғанлыҡтанмы, ҡыҙҙарын ситкә уҡытырға ебәрмәй. Мәктәпте тамамлағас, Фәниә Шәкирйән ҡыҙы Йылайыр һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙ итә. 1679 йылда йәш белгес Юлдыбайҙағы Көнкүреш йортона тегенсе булып эшкә килә. Тәүҙә тегенсе, аҙаҡ бесеүсе булып үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә.

Ул йылдарҙа магазин кәштәләрендә бөгөнгө кеүек кейем–һалым тулып ятмай, шуға күрә күптәр кейемде үҙе тектерә, шунлыҡтан тегенсе һөнәренә ихтыяж ҙур була. Ә инде Фәниә Таҡалова кеүек үҙе бесеп, оҫта теккәндәр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була. Тирә–яҡта оҫта тегенсе тигән даны таралған геройыма ла тауарҙарын тотоп, күңелдәренә оҡшаған кейемде тектерергә теләүселәр сират теҙелә. Эш араһында уларҙың да үтенестәрен үтәргә тырыша ул. Атаһы, аяҡ теген машинаһы бүләк итә. Бөгөн дә ул,ҡомартҡы булып, йортоноң түренән урын алған, әле лә шыҡылдап эшләп ултыра.

—Ул йылдарҙы иҫләһәң, заказдарҙың күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Көнкүреш йортонда әллә күпме тегенсе эшләй, айлыҡ норма ҙур, уларҙы арттырып үтәүҙән башҡа, шәхси клиенттарға ла тегеп өлгөртә торғайным. Ул арала йорт эштәре, балаларҙы ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр. Һәр әйберемде яратып тектем, һәр береһенә күҙемдең нуры, күңелем наҙы һалынды. Ә инде кеше, мин теккән әйберҙе кейеп, ҡыуанысынан көҙгө алдында күбәләктәй әйләнһә, шунан да юғарыраҡ бәхет юҡ, тип уйлай торғайным, шул ҡәҙәр эшемде яратып башҡарҙым–ти Фәниә Шәкирйән ҡыҙы.—Тауарҙар ул ваҡытта бөгөнгө көн кеүек һайлап алырлыҡ түгел ине, кемдер ҡайҙандыр таба, алдырта. Сифатлы ебәк, трикотаж тауар алып килһәләр, шул тиклем шатланып тегер инем. Ана, хәҙер йөнең теләгәнеңде һайлап ал, әммә кеше әҙер кейем–һалым һайлай. Күберәк милли кейемгә, сәхнә костюмдарына заказ биреүселәр арта. Күҙемә операция яһатҡанлыҡтан, әле заказ алырға ла тырышмайым, тик элекке клиенттар килһә, тағы ла “юҡ “тип әйтә алмайым.

Оҫта бөгөн дә тик ултырмай: ҡатын–ҡыҙҙар өсөн биҙәнеү әйберҙәре, хәситә, селтәр–ҡашмауҙар эшләй, заказ биреүселәргә сәхнә кейемдәре тегә. Хәҙер Фәниә Таҡалова ҡыҙы бүләк иткән электр теген машинаһында тегә, әммә атаһының ҡомартҡыһы булған аяҡ теген машинаһына ла хыянат итмәй.

Ире Йәүҙәт Исмәғил улы менән ҡыҙ һә ул үҫтергәндәр, әле ике ейәнсәре бар. Бына шулай ҡасандыр һайлаған тегенсе һөнәренә хыянат итмәй, ауылдағы көнкүреш йорто 2006 йылда ябылғанға ҡәҙәр эшләй ул.

Кешеләргә матурлыҡ бүләк иткән ханымдың үҙе лә, эштәре лә, күңеле лә матур, уйҙары ла изге. Әле ул иман юлында, ғәрәп телен өйрәнә, мәсеткә йөрөй, дини китаптар уҡый.

Автор фотолары

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Тегенсе һөнәренә тоғро ҡалған
Тегенсе һөнәренә тоғро ҡалған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас