Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 22:10

"Улым үлгән... тап шул мәлдә сәғәт туҡтаған"

Утты тоҡандырып, стеналағы сәғәткә күҙ һалһам, төнгө өс тула тигәндә туҡтап ҡалған. Ә иртәгәһенә тағы ла ғәжәберәк хәл булды... 

"Улым үлгән... тап шул мәлдә сәғәт туҡтаған"
"Улым үлгән... тап шул мәлдә сәғәт туҡтаған"

Был донъяның беҙ аңлап етмәгән серле лә, шомло ла яҡтары, күренештәре бихисап. Ҡайһы берҙә ундай хәлдәр тураһында ишетеп, ғәжәпкә ҡалаһың. Ни өсөн? Юғары көстөң берәй кирәмәтеме, иҫкәртеүеме, тип уйға ҡалаһың. Түбәндәге тарихты һөйөклө улын юғалтҡан әсә һөйләгәйне...

"Бер мәл ҡырҡты уҙған, бына тигән итеп донъя көткән, яҡшы вазифала эшләп йөрөгән улым хәле булмауға зарланды. "Мотлаҡ табиптарға күрен", - тинем. "Ярай, әсәй", - тип ризалашып, хәл белеп ҡайтып китте. Шул эшемде эшләйем, быныһын тамамлайым тип йөрөп, дауаханаға барыуҙы бер нисә көнгә кисектергән. Шулай итеп, беҙҙе иҫ киткес ауыр ҡайғыларға һалып, мәрхүм булып ҡалды. "Йөрәк", - тине табиптар. "Их..." тип терһәкте тешләрҙәй булдыҡ та бит, тик һуң ине шул...

Улым мәрхүм булған төндә ғәжәп хәл булды. Таңға ҡарай нисектер шөбһәләнеп уянып киттем. Урамда яҡтырып килә. Стеналағы сәғәткә күҙ һалһам, уныһы төнгө өс тула тигәндә туҡтап ҡалған. Тиҙҙән телефон шылтыраны һәм бар донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндерерҙәй ҡайғылы хәбәр алдым: улым үлеп ҡалған... Төнгө өс тула ун минутта... 

Улымды хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатып, тыуған йортонда аят бағышлаттыҡ. Хәҙрәт доға уҡып бөтөүгә бер нәмә "тыҡ" итеп ҡалды. Стенаға ҡараһам, баяғы сәғәт, бер ни булмағандай, үҙенән-үҙе эшләп китте. 

Ғәжәп хәл булды был минең өсөн. Аллаһы Тәғәлә яратҡан бәндәләрен һәр төрлө иҫкәртә тиҙәр бит, әллә был Юғары көстөң мине иҫкәртеүе булдымы икән, тип тә уйланым. 

Был хәлдәргә арыу уҡ ваҡыт үтте, әммә ошо сәғәткә бәйле ваҡиға һаман онотолмай", - тип бәйән итте ул. 

Ә һеҙҙең менән ошоноң ише аңлатып булмаған хәлдәр булғаны, төрлө күренештәргә юлыҡҡанығыҙ бармы? 

Фото: pic.rutubelist.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас