Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 01:35

Көнләшәм, шуға уның менән бергә эсәм...

Ә мин үлә яҙып көнләштем. Китә лә, ҡайтмай ҙа ҡуя. Төн буйы ут йотам, шунан ауыл буйлап эҙләйем. Ояты ни тора! Мин бит уҡытыусы...

Көнләшәм, шуға уның менән бергә эсәм...
Көнләшәм, шуға уның менән бергә эсәм...

Ауылда йәшәгән һәйбәт кенә танышым яйлап эскегә һабыша башланы. Бәләкәй саҡтан бер урамда үҫтек, уның бер ҡасан да насар холоҡтары булманы. Беҙ йәшенеп һыра эсеп, тәмәке тартып ҡарағанда ла, ул ауыҙына ла алманы. Ә хәҙер...

Бер көн барһам, көпә-көндөҙ иҫерек ята. Аптырап киттем. Һөйләшер хәлдә түгел ине, сығып киттем. Аҙаҡ таныштарҙан эшенән ҡыуылғанын ишетеп тағы берҙе шаҡ ҡаттым. Ә ул бик шәп уҡытыусы. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙен ныҡ ярата. Баҡһаң, эсеп эшкә килмәй ҡалған саҡтары артҡан, әллә нисә тапҡыр хеҙмәттәштәрен уңайһыҙ хәлдә ҡалдырған. Янына барып һөйләшергә булдым. Ул миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне.

“Иремде ныҡ итеп яратып кейәүгә сыҡтым. Сибәр, аҡыллы, егәрле, гармунда уйнай... Артынан күп кенә ҡыҙҙар йөрөһә лә, ул мине һайланы, мине яратты. Быға шул тиклем шатлана һәм ғорурлана инем. Өйләнештек, матур итеп йәшәй башланыҡ. Ул бит ҡул оҫтаһы, ауылда уға ихтыяж ҙур. Бураһын да бурай, матур итеп ишек-тәҙрәләр эшләй, мебель дә яһай белә. Заказдары артҡандан-артты, аҡса ла күбәйҙе. Яңы өй һалдыҡ, улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик шул саҡта бәлә килде – ирем эшенән эсеп ҡайта башланы. Тәүҙә һирәк ине, яйлап йышайҙы. Эсһә, холҡо насар ҙа түгел, ҡул күтәрмәй, ҡаңғырмай, барып ятыу яғын ҡарай. Ләкин ҡайҙа эсә, шунда йоҡлап китә. Ә мин үлә яҙып көнләштем. Китә лә, ҡайтмай ҙа ҡуя. Төн буйы ут йотам, шунан ауыл буйлап эҙләйем. Ояты ни тора! Мин бит уҡытыусы, ә үҙем йөрөйөм балаларҙың ата-әсәһе буйлап эскән ирҙе эҙләп. “Бер нимә лә булманы, ятып йоҡланым” тиһә лә, эскән кешенең уйын кем белһен. Икенсенән, ул бик йомарт, бөтә иптәштәрен үҙе һыйлай. Араҡыһын да ала, “закуска” ла унан. Аҡса яғы насарая башланы.

Бер көн ныҡлап һөйләштек. Эсергә иптәш кәрәк икәнлеген аңланым. Аптырағас, бергә өйҙә эсергә тәҡдим иттем. Ул ни риза булды. Шулай әкренләп икәүләп ултырып эсә башланыҡ. Миңә был оҡшамай, тәүҙә араҡынан уҡшыта ине хатта. Ләкин, ир көн һайын өйҙә, тимәк көнләшергә, эҙләп йөрөргә түгел, аҡса ла өйҙә ҡала...

Әлбиттә, көн һайын эсеп ултырмайбыҙ. Тәүҙә айына бер нисә тапҡыр ине, шунан аҙнаһына бер, икегә әйләнде. Яйлап өйрәнеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Иремә рәхәт, ул кис эсә лә, иртән бер нимә булмағандан эшкә китә. Ә мин башымды ла күтәрә алмайым: сатнап ауырта, уҡшыта, хәл юҡ. Ҡайҙан инде эшкә барып, балалар уҡытыу. Директор бер йыл самаһы түҙҙе лә, ҡыуҙы. Эшһеҙ ҡалғас, тағы ла шаштым. Тәүҙә балаларҙан ояла инем, хәҙер уларға ла иғтибар итмәйем, ҙурайып киләләр, үҙ көнөн үҙҙәре күрә.

Ә мин ир менән эсәм, күңел тыныс, ул янымда. Тик алкашка әйләнмәҫме икән?”

Һин әллә ҡасан алкаш тип ҡысҡырғы килде лә, башы ауыртҡан кеше мине артыҡ тыңлап торманы. Уны был һаҙлыҡтан нисек сығарырға икән? Һәйбәт ҡатын ине, әрәм була бит...

Фото нейроселтәр ярҙамында булдырылды. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас