Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 23:15

Кампуста - муниципалитеттарҙың баш архитекторҙары өсөн уҡыу программаһы

Уҡытыуҙың маҡсаты - ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә яуаплы белгестәрҙең профессиональ кимәлен күтәреү.

Кампуста - муниципалитеттарҙың баш архитекторҙары өсөн уҡыу программаһы
Кампуста - муниципалитеттарҙың баш архитекторҙары өсөн уҡыу программаһы

Өфөнөң Вуз-ара кампусында муниципалитеттарҙың баш архитекторҙарына иҫәпләнгән “Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген идара итеүҙе ойоштороу” программаһы эш башланы. Программа “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы һәм Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан әҙерләнгән.

Уҡытыуҙың маҡсаты - ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә яуаплы белгестәрҙең профессиональ кимәлен күтәреү. Программа тәүге һынауҙы  үтте лә: ғинуар аҙағында беренсе сығарылыш булды. Дипломдарҙы тапшырыу тантанаһы Вуз-ара кампус майҙансығында үтте.  Унда Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов ҡатнашты.

Беренсе ағымда республиканың алты районының - Нуриман, Ҡыйғы, Благовещен, Иглин, Тәтешле һәм Краснокама райондарының баш архитекторҙары белемдәрен камиллаштырҙы.

Биләмәләрҙе үҫтереү урындарҙа компетентлы ҡарарҙарҙан башлана. Бөгөн муниципалитеттарҙың баш архитекторҙарының - көн һайын ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың тышҡы йөҙөн булдырыусыларҙың профессионаллеге бик мөһим. Райондың ҡала төҙөлөшө сәйәсәте өсөн яуаплы белгес территориаль планлаштырыу һәм киңлекте үҫтереү буйынса заманса фекерләһә, ул төбәк халҡы мәнфәғәтендә уңышлы эшләй ала, тип билдәләне Александр Борисов.

Туғыҙ ай дауамында ҡатнашыусылар ҡаланы көйләү нигеҙҙәре, биләмәләрҙе анализлау, ҡала төҙөлөшөн проектлау һәм майҙандарҙы үҫтереү серҙәрен өйрәнде. Йомғаҡлау эшендә һәр муниципаль райондың үҙенсәлектәрен һәм потенциалын иҫәпкә алып, уның арауыҡ үҫеше концепцияһын эшләнеләр.

Белем алыусылар үҙҙәре лә был курстың ҙур әһәмиткә эйә булыуын билдәләй.

БЕЛЕШМӘ:

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

https://pravitelstvorb.ru/news/28320/

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас