Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 23:40

Аҡъюлдың күркәм ғаиләһе

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында йәшәүсе Вәғиҙә һәм Ғәбделғәҙей Ишемғоловтарҙың иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулған.

Аҡъюлдың күркәм ғаиләһе
Аҡъюлдың күркәм ғаиләһе

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында йәшәүсе Вәғиҙә һәм Ғәбделғәҙей Ишемғоловтар 50 йыл бергә йәшәй. Ике уңған тура килеп, тормош йөгөн бергә тартҡанға уларҙың донъялары етеш һәм ҡотло.

Вәғиҙә Ишемғолова сығышы менән Ҡыуандыҡ районы Башбүре ауылынан. Аҡъюл ауылы егете Ғәбделғәҙей Барый улы Башбүрегә ағаларына ҡунаҡҡа барып йөрөгәндә таныша улар. Араларында һөйөү уты ҡабынған йәштәр үткән быуаттың 1975 йылында өйләнешеп, Аҡъюл ауылында төпләнәләр. Бөгөн улар - ауылдың иң өлгөлө парҙарының береһе. Ошо ваҡыттан алып күпме ғүмер һуҡмаҡтары үтелгән, ә һөйкөмлө парҙың йөҙҙәрендә 50 йылдан һуң да шул уҡ мөхәббәт осҡоно яна.

Ишемғоловтар бөтә хеҙмәт юлын ауыл хужалығын үҫтереүгә бағышлайҙар. Эшсән Ғәбделғәҙей Барый улы колхозда һауын малдарын көтһә, талымһыҙ, егәрле Вәғиҙә Исхаҡ ҡыҙы оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй. Вәғиҙә Ишемғолова намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемгә эйә. Гөрләп торған колхоз эше араһында Ишемғоловтар йорт һалырға, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырарға, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерергә лә өлгөрә.

- Эш, өй мәшәҡәттәре, балалар менән ғүмер һиҙелмәй үткән дә киткән. Әлбиттә, төрлө уй-кисерештәр, ауырлыҡтар булғандыр инде. Хәҙер улар томан артында кеүек юғалып ҡалған. Ҡатыныма рәхмәт, һәр эште кәңәшләшеп башҡарҙыҡ, иң мөһиме – бер-береңде аңлау һәм хөрмәт итеү, - тип һөйләй Ғәбделғәҙей Ишемғолов.

Ишемғоловтарҙың эшһөйәр ғаиләһендә Мәүлит, Мәғәз һәм Гөлфиә исемле балалар тәрбиәләнгән. Улар хәҙер район үҙәгендә үҙ ғаиләләрен ҡороп, төрлө ерҙә лайыҡлы хеҙмәт итә.

Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас