

Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Райхана Йәһүҙинаны яҡташтары яҡшы белә. Уҡытыусы ғына түгел, район, республика гәзиттәренә әүҙем яҙышҡан хәбәрсе лә ул. Райхана Йәүҙәт ҡыҙы мәктәптә география, биология, химия фәндәренән уҡытҡан. Тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәген дә алып барған. Музей ойоштороуға ҡыҙыҡһыныуы тап шул осорҙа барлыҡҡа килә.
2003 йылда уның тырышлығы менән мәктәптә музей барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә ул ауыл китапханаһының бер мөйөшөндә урын алған. Боронғо көнкүреш әйберҙәре һәр ваҡыт кешелә ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы ҡарай башлаһаң, айырылып та булмай. Үткәндәр тормошона алып кереп китә ул. Иң боронғо әйберҙәрҙең береһе 19 быуаттарҙа ҡулланылған ураҡ. Шулай уҡ бизмән, он табаҡтары, ит саба торған таҡта, ағас сүкештәр, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған боронғо көҙгө... Уларҙың һәр ҡайһыһының ҡасандыр хужаһы булған, улар менән ҡулланған.
–Былар барыһы ла Кинйәкәй биләмәһе тирәһенән йыйылған. Өләсәйемдең боронғо һандығын да килтерҙем. Тимер менән көпләнгән ағас һандыҡ минең өсөн дә ҡәҙерле иҫтәлек. Өләсәйем 1901 йылғы. Бай балаһы була, кейәүгә 28 баш мал менән килгән. Был һандыҡ уның бирнә һандығы булғандыр тип уйлайым. Өләсәйемдең үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡорамалыры, балаҫтары ла һаҡланған, - тип һөйләне Райхана апай.
Көнкүреш әйберҙәре генә түгел, ауыл, мәктәп тарихы буйынса мәғлүмәтәр йыйыуға ла көс һала ветеран уҡытыусы. Мәктәптең беренсе директоры Сәйет Макарский тураһында ла яҙмалар тупланған, ауыл тарихы тураһында бай мәғлүмәттәр бар. Был йүнәлештә эшен әле лә дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемлеген туплау, мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнә.
Бына шулай йәшәгән төбәгенең тарихына, тамырҙарына битараф булмаған замандашыбыҙ менән таныштыҡ Кинйәкәй тарафтарында. Тамырҙары көслө ауылдың киләсәге лә өмөтлө.
Автор фотолары.