Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 23:05

Томан төшә

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Томан төшә
Томан төшә

Иртәгә, 6 февраль, Башҡортостанда уңайһыҙ һауа шарттары көтөлә. Аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Төндә лә шулай уҡ урыны менән ҡар яуа.

Ел көньяҡ -көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -18...-23 градус, урыны менән -28-гә етә, көндөҙ -9...-14 градус.

Юлдарҙың ҡайһы бер урындарында томан төшә, күреүсәнлек 500-1000 метр. Һаҡ булығыҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас