Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 01:00

Яман шеш менән сирләүемде белгәс, ирем ташланы

Ошо көндәрҙә табиптар ҡыуаныслы хәбәр әйтте – рак юҡ! Көрәшем артта ҡалды, хәҙер артабан йәшәргә кәрәк. Ә мин бер нимәгә ҡарамай һаман да иремде яратам.

Яман шеш менән сирләүемде белгәс, ирем ташланы
Яман шеш менән сирләүемде белгәс, ирем ташланы

22 генә йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Иремә – 24 йәш. Ныҡ сибәр, оҙон буйлы, аҡсалы егет. Ул миңә ҡарағас, ә аҙаҡ өйләнергә булғас бәхетемдән аяҡтарым ергә теймәй ине. Уның менән бергә өс йыл йәшәп өлгөрҙөк. Әле йәшбеҙ тип бала тапмай торорға алдан һөйләшкән инек. Бәхетле булдыҡ, әрләшмәнек. Йылына бер-ике тапҡыр диңгеҙгә остоҡ, кистәрен киноға, кафеларға, театрға йөрөнөк, дуҫтар менән осраштыҡ.

Көтмәгәндә ҙур бәлә килде – түшемдә яман шеш таптылар. Икенсе стадия, ул тиклем ҡурҡыныс түгел, дауаланырға була тине табибтар. Был хәл бер йыл элек булды. Ҡайтып был турала иң яҡын кешемә – иремә һөйләнем. Ул тура әйтте: “Мин әле йәш, сирле кеше ҡарарға әҙер түгелмен. Тыныс, еңел йәшәгем килә”. Уның был теләген ишеттем һәм ауыр булһа ла айырылышырға ризалаштым. Ысынлап та, йәш ир сирле ҡатынын ҡарап ятмай бит инде тинем.

Һуңғы йыл минең өсөн ҙур һынауҙар осоро булды. Өс операция кисерҙем, әллә нисәмә химия. Иң ауыр саҡтарҙа янымда әсәйем, әхирәттәрем булды. Аҡсам да етерлек тупланған ине, шуға бик интекмәнем.

Ошо көндәрҙә табиптар ҡыуаныслы хәбәр әйтте – рак юҡ! Көрәшем артта ҡалды, хәҙер артабан йәшәргә кәрәк. Ә мин бер нимәгә ҡарамай һаман да иремде яратам. Уға шылтыратып сир башҡа юҡ, элекке кеүек йәшәй алабыҙ тип әйткем килә. Ауыр ваҡытта ҡалдырып китһә лә, мин барыһын да кисерҙем, үткәрҙем. Хәҙер беҙҙе айырырлыҡ яман шеш башҡаса юҡ бит.

Был теләгемде белгән әсәйем, әхирәттәрем мине әрләй. Ышанысһыҙ ир һиңә нимәгә кәрәк ти. Тик йөрәккә бойороп булмай. Бәлки, ул сирләһә мин дә янында ҡалмаҫ инем, кем белә. Ә хәҙер сир булмағас, барыһы ла элеккесә, яҡшы булырға тейеш.

Ни эшләргә икән? Кәңәш кәрәк ине. Шылтыратам тип хәл итеп бөттөм тиерлек. Тик күңелдең бер өлөшөндә саҡ ҡына үпкәм дә бар кеүек...

(Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙың һөйләгәненән).

Фото нейроселтәр ярҙамында булдырылды. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас