

Был нәҫелдә өсөнсө быуын бауырһаҡты уңдырып бешерәләр. Ишембай районының Әхмәр ауылынан Рәсимә Вәлиеваның бауырһағы һәр ваҡыт уңа. Уны ул әсәһе Нажиә апайҙан өйрәнгән. Заманында өләсәһе лә был ризыҡты оҫта бешергән. Уны бешереү серҙәре һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр.
–Биш туң йомортҡа алып иретеп, 5 грамм тирәһе генә йомшартҡыс (разрыхлитель) һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бауырһаҡтар эшләйбеҙ. Табаға көнбағыш майынанан тыш ярты йәки бер стакан самаһы һыу ҙа ҡоябыҙ. Майҙы артыҡ ҡыҙҙырырға ярамай, юғиһә улар ярыла. Бер туҡтауһыҙ бутап тороу мөһим. Бауырһаҡтарығыҙ туҡырлай башлаһа, тимәк, улар бешеп сыҡҡан, өлгөргән. Май һеңмәһен өсөн бауырһаҡтарҙы душлагка йыйып алам, – тип һөйләне аш-һыу оҫтаһы.
Автор фотоһы.