Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 00:05

Роза сәскәһен тамырландырыу ысулы

Бүләк ителгән сәскәне ташларға ашыҡмағыҙ, уны тамырландырырға мөмкин.

Роза сәскәһен тамырландырыу ысулы
Роза сәскәһен тамырландырыу ысулы

Бер сәй ҡалағы бал, ике сәй ҡалағы алоэ һуты (Һабаҡты бер тәүлек һыуытҡыста тотһағыҙ, һуты күберәк сыға), бер сәй ҡалағы көлгә ярты стакан һыу һалығыҙ.

Роза һабаҡтарын ярты көнгә шул һыуға ултыртып тороғоҙ. Тейешле ваҡыт үткәс, тупраҡҡа күсерегеҙ. Ергә күсереп ултыртҡанда уның ике –өс һау бөрөһө булырға тейешлеген онотмағыҙ. Өҫтөн пластик шешә менән йәки полиэтилен пакет менән ҡаплап, йылы урынға ҡуйығыҙ. Ваҡыт –ваҡыты менән өҫтөн асып, һулатып алырға кәрәк. Һыу ҡойорға ла онотмағыҙ.

Сығанаҡ: “1001 кәңәш” төркөмөнән

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash....

Автор: Карима Усманова
Читайте нас