Мин - әсәйемдең 40 йәштә тапҡан берҙән-бер балаһы. Тыуыуым менән атай тигән кеше беҙҙе ташлап киткән. Әсәйем башҡа кейәүгә лә сыҡманы, бүтән бала ла тапманы. Атайһыҙ, ағай-һеңлеләрһеҙ үҫәм тип бер ҡасан да бошонманым, әсәйем менән икебеҙгә рәхәт ине. Уҡытыусы булып эшләне ул, хеҙмәт хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, беҙгә етеп торҙо, миңә нимә кәрәк, барыһын да ала торғайны.
Мәктәпте тамамлағас, ауылда әсәйемде яңғыҙын ҡалдырып, ҡалаға уҡырға киттем. Ә унда инде икенсе тормош башланды. Яңы дуҫтар, егеттәр. Уҡып бөтөүгә кейәүгә сыҡтым, ике йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ял һайын бергәләп ауылыма ҡайтып торҙоҡ. Ирем әсәйемә ихтирам менән ҡараны, ихаталағы бөтә ир-ат эшен башҡарып ҡуя ине.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә бәлә килде: етмеш йәшкә етеп килгән әсәйем инсульт кисерҙе. Уға тиклем бер ниндәй ҙә етди сир менән ауырыманы, ныҡ ине. Яҡыным район дауаханаһына реанимацияға эләкте. Уның йығылғанын күршеһе һуң ғына күреп ҡалған, ҡаланан “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе әллә күпме ваҡыт әрәм ителгән. Шулай ҙа, һөйөнөскә күрә, әсәйем иҫән ҡалды, физик яҡтан әллә ни зыян булманы. Әммә мейеһе зарар күргәнлектән, дауаханала оҙаҡ ҡына ятты. Аҙаҡ махсус шифаханаға ла ебәреп ҡараныҡ, тик ныҡлап шәбәйеп китә алманы. Һөҙөмтәлә ауылда яңғыҙы йәшәй алмаҫлыҡ булды. Нисек кенә ҡаршылашһа ла, ундағы донъяһын һатып, үҙебеҙҙең янға алып килдек.
Фатирыбыҙ өс бүлмәле. Береһендә үҫмерлек осорона инеп килгән ҡыҙыбыҙ йәшәй, беҙ иһә үҙебеҙҙең бүлмәне әсәйгә биреп, залға күстек. Ирем ҡәйнәһен күсереп килтереүгә ҡыуанмаһа ла, ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәне. Минән башҡа уны ҡарар кеше юҡлығын белә бит.
Тәүге йылда һәйбәт кенә йәшәнек, тик артабан хәл насарая башланы. Әсәйем бөтә нәмәне онота, күрәһең, ҡартлығы ла үҙен һиҙҙерәлер. Ҡайһы бер ҡылыҡтары башҡа һыймай. Беҙгә ярҙам итәм тип ҡашығаяҡ йыуа, тик кранды һүндерергә онота. Бер көн эшкә күршеләр шылтырата: "Беҙҙе батыраһығыҙ бит!" - тиҙәр. Ҡотобоҙ осоп ҡайтып инһәк, әсәй йоҡлап ята, ә бүлмәләрҙең барыһына ла һыу тулып, аҫҡа аға башлаған. Күршеләргә лә, үҙебеҙгә лә ҡиммәтле ремонт эшләргә тура килде.
Бер көн икмәк алам тип магазинға сығып китте лә ҡайтманы. Төнгә тиклем эҙләнек, полицияға хәбәр итеп бөттөк. Ә әсәй юлды онотоп аҙашҡан, бөтөнләй икенсе яҡҡа сығып киткән. Саҡ машинанан тапалмаған. Юл уртаһында йөрөгәнен күреп, полиция алып киткән. Унда ла мәшәҡәттәре байтаҡ булды.
Ошоноң кеүек хәлдәр йышайҙы. Йә сәйнүкте һүндерергә онотоп, саҡ янғын сығарманы, бер көн саҡ балкондан ҡолап төшмәне. Ҡыҙыбыҙ, сирле өләсәй менән ауыр, дуҫтарым көлә, ти, “ҡасан ҡайтып китә инде” ти башланы.
Ә иң ҡурҡынысы - был хәлдән ирем ялҡты. “Көнө-төнө үҙ өйөмдә, ҡәйнәм тағы нәмә эшләр, тип ҡурҡып ултырам”, – тип ярһый. Сығымдар ҙа артты, ремонт өсөн кредитҡа инергә лә тура килгәйне шул.
“Әйҙә, уны ҡарттар йортона бирәйек”, – ти. Мин, әлбиттә, быға ҡырҡа ҡаршы. Әммә иремдең хаҡлы булғанын да аңлайым. Әсәйемде өйҙә яңғыҙын ҡалдырып китеү бик хәүефле. Уны ҡарарға махсус кеше яллау хәлде бер аҙ еңеләйтер ине, тик бының өсөн күп аҡса кәрәк. Миңә эшемде ташлау тағы ла ҡиммәтерәккә сыға. Хеҙмәт хаҡым әллә ни ҙур булмаһа ла, ғаилә бюджетының яртыһы тиерлек. Көнө буйына бүлмәһенә бикләп ҡуйыу кешесә түгел. Ныҡлап уйлап ҡараһаң, ысынлап та, берҙән-бер вариант - ҡарттар йорто. Тик йөрәгем “юҡ!” тип ҡысҡырғандай. Иң яҡын кешем менән улай итә алмайым. Тик үҙ ғаиләмде лә юғалтҡым килмәй. Ә иремдең кәйефе көндән-көн төшә, ҡыҙым да ҡырын ҡарай.
Бәлки миңә кәңәш биреүсе булыр? Нисек итеп был проблеманы хәл итергә?
Фото: нейроселтәр.