Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль , 21:25

Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе

Атты егеүҙә лә, бәйгелә лә оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе
Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында, милли йолаларҙы һаҡлау һәм танытыу маҡсатында, ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар араһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ат ярыштары үтте.

Ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Мәхмүтдин улы Муллағолов барыһын да сәләмләп, ярышта ҡатнашыусылар менән таныштырҙы, уларға уңыштар теләне.

Уйындың судьяһы Рифат Салауат улы ярыштың тәртиптәре менән таныштырғандан һуң, сәмле ярыш башланып та китте.

Ярыштың сәмен хатта аттар ҙа тойҙо, улар ҙа алға ашҡынды. Бәйгегә старт бирелеү менән саналы аттар ҡар бурандарын уйнатып алға елде.

Биш километр юл үтеп, финиш һыҙығына беренсе булып Инсур Хәлитов "Орлик" ҡушаматлы аты менән килеп етте. Икенсе урынды Ринат Ҡунафин "Сынок" ҡушаматлы аты менән яуланы, өсөнсөлөккә Флүр Төлкөбаев "Шайтан" ҡушаматлы аты менән лайыҡ булды, дүртенсе урынға Фәиз Муллағолов һәм "Буян" ҡушаматлы аты эйә булды.

Ат һөйөүселәр ат егеү буйынса ла үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Ярыштың шарты буйынса атты санаға егеп, берҙе әйләнеп йөрөп килергә тейеш инеләр. Бәйгелә ҡатнашыусылар һынатманы. Был юлы беренселекте Илгиз Муллағолов яулаһа, икенсе урынға Инсур Халитов, өсөнсөлөккә Флүр Төлкөбаев сыҡты.

Ярыштың ҡунағы Байназар ауылы уҙаманы Айрат Зиннур улы ярышты ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ошондай сараларҙың йышыраҡ үткәрергә кәрәклеген билдәләне.

Еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар һәм кубоктар тапшырылды.

Фотолар: ауыл хакимиәтенән.

 

Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе
Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе
Иҫке монасиптар ат ярышы үткәрҙе
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас