Бөгөн вахта ысулы менән эшләү бер кемде лә аптыратмай. Хәҙер инде ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың алыҫ тарафтарға вахтаға юлланыуына ла өйрәнеп барабыҙ.
Вахта – үҙенә күрә ғаиләләрҙе ныҡлыҡҡа һынау алымы ла ул. Ай ярым, ике-өс ай, хатта ярты йыллап айырылып тороуҙы күтәрә алмаған ғаиләләр ҙә йыш осрай. Күптәр ирҙәренең ҡырҙа эшләүе тәүге осорҙа ҡыйын булып ҡабул ителһә лә, һуңынан быға өйрәнеүҙәрен билдәләй. Ә бына Зәлифә исемле ҡатын иренең вахтаға китеү көндәрен көтөп алыуы, бының үҙ сәбәптәре булыуы тураһында бәйән итте.
“Ирем 12-се йыл вахтала йөрөй. Башта өйрәнеп китеүе ауыр һымаҡ булғайны, әммә бик тиҙ өйрәндем. Холҡо электән дә маҡтанырлыҡ түгел ине. Эсергә, һуҡмыш булып алһа, тауыш күтәрергә ярата. Шулай ҙа эшкә шәп, ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ.
Ярты йыл самаһы вахта менән эшләүгә мин дә, балалар ҙа унһыҙ йәшәргә өйрәндек. Хатта, уңайһыҙ булһа ла әйтәйем, ир өйҙә булмаһа, тормош көйлөрәк тә кеүек. Эсеп боларған, балаларҙы ла, мине лә ҡаңғыртҡан кеше юҡ.
Ике ай эшләй ҙә бер ай ял итә. Ул ҡайтыу менән башлана ҡаңғырыҡ тормош: тәүге аҙна – ун көн эскелек, дуҫтар, йә гаражда, йә йылға буйында эскелекле табындар менән үтә. Ярай, эсеп ҡайтып инеп, ятып ҡына йоҡлаһа... Юҡ инде, шатун айыу кеүек арып, йығылып киткәнсе йөрөп, хәлде ала. Бындай саҡта өйҙә бер тыныслыҡ юҡ. Балаларҙың ҡырҙа уҡыған өлкәндәре атайҙары айнымайынса ауылға ҡайтмауҙы хуп күрә.
Унан инде киләһе 10 – 15 көндә донъяһын ҡарай, ул-был эште башҡара. Әммә уныһында ла шул тиклем мыжып, һәр нимәгә бәйләнеп аптырата. Яйы тура килһә, эскеләп алырға ла күп һорамай. Был Себер ирҙәрҙе тамам боҙа икән ул. Эш урынында бөтөнләй эсергә ярамай, штрафы ҙур. Әллә шул да психикаларына тәьҫир итә – аңламайым.
Бына шулай, аңҡы-тиңке йөрөп, ирешеп-талашып тигәндәй, бер ай ваҡыт үтеп китә. Мин элегерәк ҡайтыуын көтә торғайным, хәҙер эшкә китер көнөн көтөп алам.
Шулай ҙа бөтөнләй ирен һанламаған, кешегә һанамаған ҡатын икән тип уйламағыҙ. Төрләндереп аш-һыу йүнәтеп, нимәгә тотонһа ла бергә эшләшеп, донъяны бөтәйтәбеҙ. Етеш йәшәүебеҙҙең тап уға бәйле булыуын, ул аҡса эшләгәнгә күрә мохтажлыҡ кисермәүебеҙҙе яҡшы аңлайым. Үҙемсә терәк-таяныс булырға тырышам, әммә ҡайһы бер ҙә шул тиклем ялҡытып китә.
Арағыҙҙа минең кеүек йәшәүселәр, иренең вахтаға китеүен көтөп алыусылар бармы?
Зәлифә, 42 йәш.
Белорет районы”.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!