Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 00:30

Үҙеңдән башҡаны... әүлиә тип бел

Бер туҡталышта насарыраҡ ҡына кейенгән ир килеп инде лә миңә яҡыныраҡ килеп баҫты. Йөҙөн шырт йөн баҫҡан, бахмурҙан икәне лә күренеп тора. Мин артҡараҡ шылдым. Курткаһының бысраҡлығын күреп... 

Үҙеңдән башҡаны... әүлиә тип бел
Үҙеңдән башҡаны... әүлиә тип бел

Автобуста ғәҙәттәгесә халыҡ күп кенә. Мин ингәндә буш урындар юҡ ине инде. Йәштәр, айырыуса йәш кенә егеттәр йә йоҡлағанға һалыша, йә телефонына текәлеп, башын да күтәрмәй бара.

Бер туҡталышта насарыраҡ ҡына кейенгән ир килеп инде лә миңә яҡыныраҡ ергә килеп баҫты. Йөҙөн шырт йөн баҫҡан, бахмурҙан икәне лә күренеп тора. Мин артҡараҡ шылдым. Куртҡаһының бысраҡлығын күреп, “Эй, Аллам, йыуып биреүсе кешеһе лә юҡтыр инде...” – тип уйланым.

Киләһе туҡталышта бер нисә кеше төшөп ҡалғас, теге ир ҙә, мин дә бушаған урындарға ултырҙыҡ. Артабан “Галле ҡалаһы округы” туҡталышында тағы кеше инеп тулды. Баяғы ир шунда уҡ һикереп тороп, оло ғына йәштәге ҡатынға “Ултырығыҙ!” тип өндәште. Ә теге типһә тимер өҙөрлөк йәш егеттәр телефонға текләп, юлын дауам итте...

Фото яһалма интеллект ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас