Мин – иремдең өсөнсө ҡатыны. Уның тәүге ҡатынынан бер, икенсеһенән ике балаһы бар. Ике осраҡта ла ул ҡатындары менән дүрт-биш йыл йәшәгән һәм айырылған. Уны осратҡанда миңә 25 йәш ине. Күрҙем дә, ғашиҡ булдым. Буйондороҡһоҙ, сибәр, үҙһүҙле булыуы оҡшанымы икән, аңламайым.
Осрашып йөрөгән саҡта буласаҡ ҡәйнәм мине асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. Улының холҡо еңел булмауын әйтте, үҙе лә ире менән ғүмер буйы яфаланып йәшәйем тине.
– Ул һәр ваҡыт үҙен генә дөрөҫ иҫәпләй, бер кемдең фекере менән дә килешмәй. Бөтә нәмәлә лә унан башҡа бөтәһе лә ғәйепле тип ҡарай. Балам, был хәл һинең менән дә ҡабатланыр. Уға кейәүгә сығыр алдынан ҡат-ҡат уйла, – тине.
Шулай уҡ балаларына йүнләп алимент түләмәүе, түләһә лә, ҙур булмаған суммалар күсереүе тураһында иҫкәртте. Тәүге килендәре һәм ейәндәре алдында уңайһыҙ булғас, улар балаларға аҡсалата ярҙам итеүҙәре, үҙҙәренә алып ҡарашыуҙары тураһында әйтте. Бала табырға ашыҡма тине.
Ләкин мин, ғашиҡ булған кеше, уны үҙгәртәсәкмен, ул мине тыңлар, барыһы ла яҡшы булыр тип уйланым һәм кейәүгә сыҡтым. Тәүге йылда уҡ ауырға ҡалдым һәм улыбыҙ тыуҙы.
Дүрт йыл үтеп китте... Улыбыҙға өс йәш тула. Һәм ирем минең менән айырылам ти. Ысынлап та холҡо ауыр, илаған саҡтарым күп булды. Ләкин мин уны яратам һәм айырылышҡым килмәй. Улымды атайһыҙ үҫтереүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тик ул китәм, яратмайым ти.
Көн һайын ҡәйнәмә шылтыратып илайым. Ә ул нимә эшләй алам инде ти ҙә ҡуя. Аңламайым, нисек әсә кеше улына йоғонто яһай алмай икән? Бәләкәй сағында ҡатыраҡ булырға кәрәк булғандыр ҙа бит. Хәҙер мин һәм улым яңғыҙ ҡалабыҙ... Ни эшләргә?
Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәре.
Фото: нейроселтәр ярҙамында булдырылды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!