Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 20:30

Ҡағыҙ документ урынына – Һанлы ID

МАХ мессенджерындағы Һанлы ID йәшегеҙҙе, ташламаға эйә булыуығыҙҙы раҫларға, шулай уҡ мөһим документтарҙы ҡул осонда тоторға ярҙам итә.

Ҡағыҙ документ урынына – Һанлы ID
Ҡағыҙ документ урынына – Һанлы ID

МАХ мессенджерындағы Һанлы ID йәшегеҙҙе, ташламаға эйә булыуығыҙҙы раҫларға, шулай уҡ мөһим документтарҙы ҡул осонда тоторға ярҙам итә.

Һанлы ID-ны өс ысул менән булдырырға мөмкин: биометрия, водитель таныҡлығы һәм сит ил паспорты буйынса. Тәүҙә профилдәге Һанлы ID бүлегенә инеп, “Создать” тигәнгә баҫырға кәрәк. Шунан һуң өс ысулдың ҡайһыһын файҙаланырға икәнен һайларға.

Әгәр “Биометрия” булһа, бер тонда яҡты фонда селфи төшөргә, һуңынан битегеҙҙең сканы йәки бармаҡ эҙе ярҙамында тоҡандырырға кәрәк. Әгәр һеҙ “Водитель таныҡлығы” ысулын һайлаһағыҙ, киләһе аҙым - документ буйынса шәхесте раҫлау. Артабан бер төҫлө яҡты фонда селфи яһарға һәм йөҙ сканы йәки бармаҡ эҙе буйынса ҡабыҙырға. Әгәр “сит ил паспорты буйынса” Һанлы ID булдырһағыҙ, яңы өлгөләге сит ил паспорты буйынса шәхесегеҙҙе раҫларға. Артабан пластик битен дә ҡушып сит ил паспортын сканерлау, бер төҫлө яҡты фонда селфи яһау һәм биттең сканы йәки бармаҡ эҙе буйынса ҡабыҙыу зарур.

Һанлы ID менән файҙаланыу өсөн MAX-та профиль асырға, “Һанлы ID”-ны һайларға, студент йәки күп балалының йәшен, статусын раҫлаусы карточкаға баҫырға һәм экранды кассала сканерларға йәки вәкәләтле хеҙмәткәргә күрһәтергә кәрәк. QR-код тик һеҙҙең ҡоролмала ғына эшләй һәм һәр 30 секунд һайын яңыртыла, уны һеҙҙән башҡа бер кем дә ҡуллана алмай.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-02-11/tsifrovoy-id-vmesto-bumazhnyh-dokumentov-4573313

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас