Йәмғиәт
11 Февраль , 17:50

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Алексей Касьянов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Алексей Касьянов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Касьянов Алексей Анатольевич 1975 йылдың 24 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе булып башлай.

1997-2002 йылдарҙа - Өфө прокуратураһында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе.

2002-2004 йылдарҙа - Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегендә тәфтишсе.

2004-2006 йылдарҙа - Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге етәксеһе.

2006-2007 йылдарҙа - Башҡортостан прокуроры урынбаҫары.

2007-2015 йылдарҙа - Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса етәксеһе.

2015-2016 йылдарҙа - Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары.

2016-2021 йылдарҙа - Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары.

2021-2025 йылдарҙа - Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы.

Юстиция генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары, Рәсәй Именлек советының “Халыҡ-ара именлекте нығытыуҙағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ: БР Башлығы сайтынан

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash....

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас