Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 19:30

Күҙәтеү советы нисек эшләй?

Өфөлә Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының етенсе составының былтыр эш йомғаҡтарына арналған ултырышы булып үтте.

Күҙәтеү советы нисек эшләй?
Күҙәтеү советы нисек эшләй?

Өфөлә Башҡортостандың  Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының етенсе составының былтыр эш йомғаҡтарына арналған ултырышы булып үтте.

Ултырыш уҙған йыл комиссияның граждандарҙың тотҡонлоҡта булған урындарындағы административ органдар менән хеҙмәттәшлеге, ыңғай ғәмәлдәрҙе асыҡлауы, проблемалы мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдарын булдырыуы мәсьәләләрен ҡараны.

Ун алты белгестән торған был комиссияның йыллыҡ эш һөҙөмтәһе тураһындағы төп докладтар менән уның рәйесе Олег Ғәлин һәм рәйестең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марат Гәрәев сығыш яһанылар.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Прокурорының холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев,  “Ватанды  һаҡлаусылар” фонды филиалы вәкиле Гүзәл Әбдрәхимова, Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, бөтә әйтелгән иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдар республиканың Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының сираттағы составы эшмәкәрлегендә иҫәпкә алынасаҡ.

Автор фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас